...Атайымды ҙур кәүҙәле, көслө-ғәйрәтле итеп күҙ алдына килтерә торғайным. Уның нисек итеп ҡайтып инерен күҙаллап хыялланған саҡтар аҙ булманы. Кистәрен берәйһе килеп ишек тартһа, атайым инеп киләлер тип йөрәк айырыуса ярһып тибә башлай торғайны. Ләкин йылдар артынан йылдар үтһә лә, атай ҡайтманы. Уның ҡайтмаҫына тамам ышанып, бала саҡта бөрөләнгән өмөттәр ҙә көн күрмәй, өҙөлдө. Минең кеүек меңәрләгән балаларҙы ата наҙынан, хәстәренән, яҡлауынан мәхрүм итте бит ул һуғыш, ҡәһәрең...
Һуғыш осоро балалары. Уларҙың кеме менән осрашһаң да, утлы афәттең эҙемтәләре хәтерҙәренән юйылмаған, яу яландарында ятып ҡалған яҡындары онотолмаған, йөрәк түрҙәрендә һаҡлана. Әңгәмәләр барышында күпте күргән, күпте кисергән ололарҙың йыйырсыҡланған йөҙҙәренә ҡарап, уларҙың һөйләгәндәренән йәнең илай. Һуғыш һәм бала саҡ... Был ике төшөнсәнең бер нисек тә яраша алмауын беҙгә, әлеге йәштәргә, аңлауы ауыр. Ә бит уйлап ҡараһаң, ҡәһәрле һуғыш ул замандағы күпме баланың ғәмһеҙ, шат сабыйлығын юҡҡа сығара, уларҙы ваҡытынан алда өлкәндәр иҫәбенә индерә, кескәй иңдәренә ауыр тормош йөгө һала. Уларға беҙ үҙебеҙҙең әле тәмләп иҫкә алған бала саҡ тәтемәй.
- Беҙ күргәндәрҙе яҙып та, һөйләп тә бөтөрлөк түгел, - ти таныш инәй. - Бала сағыбыҙ һуғыш осорона тура килгәс, аслыҡ-яланғаслыҡты ла күрҙек, әсәйҙәребеҙгә ярҙам итәбеҙ тип, хәлебеҙҙән килгәнсе эшләнек тә. Ике ағайым, мин һәм ҡустым әсәй ҡулында ҡалдыҡ. Әсәй көнө-төнө колхоз эшендә, ә миңә ҡулымдан киләме-юҡмы бар өй эштәрен йөкмәтеп китә. Көсөм етә башлағандан бирле икмәк һалдыра башланы, бешереүен бешерәм, тик ағайымдар һәм әсәйем эштән ҡайтҡансы ашарға ярамай, сөнки уны ике көнгә һуҙырға кәрәк. Береһендә түҙмәй, әҙерәк һындырып ашағас, ныҡ эләкте. Ғаиләлә ир балалар булғас, атай урынына ла ҡалған әсәйем беҙҙе ныҡ тотто. Аталары һуғыштан ҡайтҡан тиҫтерҙәремдән көнләшә инем. Уларҙың атаһы ла, әсәһе лә булғас, донъялары түңәрәк, тамаҡтары туҡ, өйҙәре йылы. Ә беҙ, бахырҙар, астан йән бирмәҫкә, һыуыҡтан туңып үлмәҫкә, тип йәшәнек. Әсәйебеҙҙең бер үҙенең дүрт баланы ҡарап, нисек аяҡҡа баҫтырырға хәле еткәндер, башҡа һыймаҫлыҡ. Ирһеҙ ҡатындарҙы, атайһыҙ балаларҙы йәберләүҙәре лә онотолмай. Хатта аш бешерергә тип яланға кесерткән йыйырға сыҡһаң да, бешеп ҡайтарырҙар ине. Ә яҡларға атай юҡ. Яу яланынан әйләнеп ҡайтҡандарға хөкүмәт тарафынан хөрмәт ҙур булды, уныһы ҡыуаныслы, улар быға лайыҡ. Ә бына атайҙарын һуғыш тартып алған балалар бер ниндәй ҙә яҡлау күрмәне. Беҙ ата наҙынан да, дәүләт хәстәренән дә мәхрүм ҡалдыҡ. Атайыбыҙ һуғышта һәләк булғанға беҙ ғәйеплеме һуң? - тигән һүҙҙәре йөрәккә уҡ булып ҡаҙалды.
Ысынлап та, уйлап ҡараһаң, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын дәүләт барыбер ҙә хәстәрләргә тырыша тырышыуға. Әммә ошо һуғышҡа туранан-тура бәйләнеше булған икенсе ҙур төркөм ололарыбыҙ ҙа, ул да булһа, һуғыш осоро балалары ла бар бит әле. Бала саҡтары, үҫмерлек осоро ошо дәһшәтле һуғышҡа тап килгән быуын. Етемлекте, аслыҡты татыған, яланғыслыҡты күргән, 7-8 йәштән ауыр хеҙмәткә ҡушылған, ил өҫтөнә төшкән ауырлыҡтарҙың барыһын да үҙ иңендә күтәргән, үҙ-үҙен аямай, һуғыш арҡаһында емерелгән дәүләтте ҡабаттан тергеҙгән кешеләр ҙә һуң улар. Был быуын вәкилдәре лә бөгөн арыу ғына йәшкә етте. Әммә үҫмер саҡтарында атайһыҙ нисек яҡлауһыҙ ҡалһа, әлегә тиклем хөкүмәт тарафынан яҡлау таба алмай. Улар алған бик бәләкәй генә пенсиялары көндәлек сығымдарын да ҡапламай. Ҡалала йәшәгәндәре совет заманында алған фатирҙары өсөн хәҙер килеп ҙур сумма түләй. Ә бит оло кешегә дарыуы, медицина хәстәре лә кәрәк.
Айырым бер осорҙа тыуған граждандарға “Һуғыш балалары” махсус социаль статусы биреү һәм өҫтәмә түләү, льготалар булдырыу тураһында тәҡдим күптән күтәрелә. Илдәге партияларҙың береһе, 1929 йылдың сентябренән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклемге арала тыуған граждандарға ошо исемде биреп, улар өсөн 500 һум күләмендә айлыҡ түләүҙәр, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә 25 процентлыҡ ташлама, бынан тыш, Еңеү көнө алдынан һәр береһенә аҡсалата бүләк тапшырырға кәрәк, ти. Төрлө йәмәғәт ойошмалары ла, партиялар ҙа ил етәкселәренә был һорау менән мөрәжәғәт итеп ҡарай, әммә ул ҡағыҙҙа ҡала килә, бер ҙә хуплау тапмай. Дөрөҫөн әйткәндә, был статусты федераль закон менән нығытыу бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән кешеләргә социаль яҡлау сараларын булдырыуға мөмкинлек бирер ине. Уның ҡарауы, Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә тап ошо категорияға ҡараған кешеләргә ярҙам күрһәтеү юлдарын тапҡандар бит. Мәҫәлән, Белгород өлкәһендә “һуғыш балалары”на ай һайын пенсияларына 600 һум өҫтәп түләнә. Башҡа ерҙәрҙә өҫтәмә түләүҙән тыш, йә йәмәғәт транспортында йөрөүгә, йә коммуналь хеҙмәттәргә льготалар ҡаралған. Тәжрибә бар, ниңә уны Рәсәй кимәлендә ҡулланмаҫҡа?
“Һуғыш балалары” тигән төшөнсә киңерәк, әлбиттә, сөнки уларға аталары иҫән ҡайтҡан балалар ҙа инә. Ә бына минең таныш инәй кеүек һуғыш арҡаһында етем ҡалған, ғүмер буйына атай наҙынан, яҡлауынан, хәстәренән мәхрүм булған балаларға атай хаҡын кем түләр? Ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешеләренең илдәге тыныслыҡ, азатлыҡ өсөн баш һалыуы хаҡына уларҙың балаларына, хәҙер инде 70-80 йәшлек оло кешеләргә, етди ярҙам күрһәтеп, бәхетле ҡартлыҡ бүләк итеү кәрәк тә бит...