Яңыраҡ эш сәфәре менән Күмертау ҡалаһында булырға тура килгәйне. Ундағы туҡталыш павильондарын күреп һоҡландым. Уңайлы итеп кенә эшләнгән, ҡаланың символдары менән биҙәп матурларға ла онотмағандар. Ә беҙҙең ҡалала туҡталыш павильондарын алыштырырға вәғәҙәләп, булғандарын алып бөткәнгә лә хәҙер ахыр заман. Күп кенә туҡталыштарҙа халыҡ ямғырҙа ла, һыуыҡта ла автобустарҙы асыҡ һауала көтөргә мәжбүр.
Ҡала хакимиәте бер-ике йыл элек йәмәғәт транспорты туҡталыштарындағы павильондарҙы планлы алыштырыу ҡарарына бәйле, интернет селтәрендә салауаттарҙың ниндәй макетҡа өҫтөнлөк биреүҙәре хаҡында фекерен дә белешкәйне. Кешеләр ҙур өмөттәр менән тауыш бирҙе. Һуңыраҡ «Институт» туҡталышында тәүге яңы ҡоролма йыйып ҡуйылды. Унан һуң ярайһы ғына ваҡыт үтте. Һәм бына, ниһайәт, ҡаланың 70 йыллыҡ юбилейы алдынан Салауаттың тағы бер нисә урынында яңы павильондар ҡуйылыуына шаһит булдыҡ. Улар ыҡсым ғына итеп эшләнгән, ҡар-ямғырҙан һаҡларлыҡ ҡыйығынан тыш, тирә-яғы ла ныҡлы пластик менән уратылған. Тик биҙәлешендә ҡала символдары артыҡ булмаҫ ине.
Ҡуйылыуын ҡуйыла туҡталыш павильондары, әммә уларҙы вандалдарҙың ҡулынан нисек һаҡларға? Дөйөм милектең тәртиптә булыуын берҙәм көс менән генә тәьмин итә алабыҙ - теләһә ниндәй белдереүҙәр элеүгә, яҙыу-һыҙғыслауға, емереүгә юл ҡуймау мөһим.