Ҡаланың 70 йыллығына әҙерлек күптән бара. Етәкселек күп кенә иҫтәлекле урындар булдырырға, булғандарын тергеҙергә иҫәп тота. Шуларҙың береһе - Фурманов урамында урынлашҡан паркта ремонт эштәре башҡарыу.
Хәйер, парк тиһәң, хәтер ҡалырлыҡ. Сөнки серей башлаған иҫке ағастарҙан башҡа бер нәмә лә юҡ ине бында. Дөрөҫөрәге, аныҡ йәшәү урыны булмағандарҙың, ҡырын төшөрөргә яратыусыларҙың йыйылыш урыны булды. Хәжәттәрен үтәүҙән дә тартынманылар. Кисен түгел, көндөҙөн дә уның аша шөрләберәк үтәһең. Былтыр «Салауатбыяла» йәмғиәте ҡаланың юбилейына бүләк әҙерләп, уны артабан хәстәрләүҙе тулыһынса үҙ өҫтөнә алырға вәғәҙә бирҙе. Шулай уҡ йәмәғәт тыңлауҙары ла уҙҙы. Унда халыҡ ташландыҡ урын урынына матур парк күреү теләген белдерҙе. Әйткән һүҙ - атҡан уҡ, тигәндәй, йәмғиәт үҙ һүҙендә торҙо. Насар һауа шарттары тип тормай, дәррәү эштәр башланы. Иҫке ағастар киҫелде, майҙан таҙартылды. Хәҙер инде бүкәндәр урынына яңы ағастар ултыртып, паркты тейешле хәлгә еткерергә генә ҡалды. Әммә... Парк кәрәк тә, парк кәрәк тип, яр һалған халыҡ тағы ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Йәнәһе, ағастар урынында ағас түңгәктәре генә аҡайып ултыра. Һуңғы көндәрҙә интернет селтәрҙәрендә иң ҡуйырған тема ошолор, моғайын. Яҙмаларҙың бер нисәһен килтереп уҙабыҙ: «Ниндәй яҡшы парк ине. Ә хәҙер ағас төптәре генә һерәйеп ултыра», «Ҡыҙым менән гел шунда саф һауаға сыға торғайныҡ. Ҡарағыҙ, халыҡты нисек мыҫҡыл итәләр», «Халыҡ фекерен тыңлап та тормайынса, баш-баштаҡланып эш итәләр», «Ниндәй матур ағастар үҫә ине. Улар һауаны ла таҙартты, тирә-яҡҡа йәм дә биреп ултырҙы. Күреп торорһоғоҙ, яңыларын ултыртмаҫтар әле». Социаль селтәрҙәр ошондай яҙыуҙар менән тулған.
Ни эшләп аҙ ғына түҙемлек юҡ? Бөтә нәмәне лә бер көн килеп төҙөп булмай ҙа баһа, ағастар ҙа бер көн эсендә күккә ашмаҫ. Халыҡ фекерен һораманылар түгел, һоранылар. Август айында халыҡ ҡатнашлығында митинг уҙҙы. Йыйылыусылар ағастарҙы ҡырҡыуға тәүҙә ҡаршы төшһә лә, һуңынан ағастарҙың ҡартайғанын, йығылып төшөп, хәүеф тыуҙырыуын аңлап, риза булды. Яңылары ултыртылмаясаҡ, тип борсолғандарға шуны әйтер инек. Бында бөтөнләй бәләкәй үҫентеләр түгел, ә нығынған уртаса йәштәге ағастар урын аласаҡ. Ҡыуанысҡа күрә, башланғысты хуплаусылар ҙа етерлек: «Мыжыҡ бала кеүек илап ултыраһығыҙ. Үҙегеҙ парк ҡурҡыныс хәлдә тип зарланманығыҙмы ни?», «Булыр, ағастар ҙа, шыршылар үҫер бында. Ни өсөн тик кире яҡтарҙы ғына күрәһегеҙ. Кисә ҡыҙым менән Салауат Юлаев бульварындағы аллея буйлап үттем. Ниндәй матур булып ҡалған. Юлдар яҡты, иркен. Бында ла шулай булыр. Сабыр итегеҙ», «Ойоштороусылар киләсәктә был ташландыҡ урында спорт майҙансыҡтары төҙөргә, велосипедта, роликта йөрөү юлдары һалырға, эскәмйәләр ултыртырға вәғәҙә итте. Уларҙың эштәрҙе намыҫлы башҡарырҙарына ышанабыҙ».
Бына шулай йәмәғәт, кемгә нисек ярарға ла белмәҫһең. Сабырлыҡтың төбө - һары алтын, тиҙәр. Аҙ ғына түҙемле булырға кәрәк.