газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
23 Ғинуар 2018, 11:42

Өлкәндәр ҙә замандан ҡалышмай

Хәҙерге заманды интернетһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Ярай әле үҫмерҙәр һәм йәштәр генә интернет селтәрҙәрендә ултырһа. Әбей-бабайҙарҙың кеҫә телефоны йәки планшет экранын төртөп ултырғандарын күреп аптырарлыҡ түгел. Улар ҙа төрлө сайттарҙа ултыра, мәғлүмәт эҙләй.

Хәҙерге заманды интернетһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Ярай әле үҫмерҙәр һәм йәштәр генә интернет селтәрҙәрендә ултырһа. Әбей-бабайҙарҙың кеҫә телефоны йәки планшет экранын төртөп ултырғандарын күреп аптырарлыҡ түгел. Улар ҙа төрлө сайттарҙа ултыра, мәғлүмәт эҙләй.

Интернет менән компьютер селтәрҙәре аша ғына түгел, ә кабелле телевидение, телефон, кәрәҙле бәйләнеш аша ла файҙаланып була. Уның файҙаһы күберәкме, әллә инде зыянымы икәнен асыҡ ҡына билдәләп тә булмай. Интернет күп яҡлы һәм төрлө. Кәрәгеңде табыу өсөн бик күп юлдар, һуҡмаҡтар бар. Тик унда: «Уңға китһәң, уңырһың, һулға тартһаң, туңырһың» тигән кеүек йүнәлештәр юҡ, кәрәккән юлыңды үҙең һайлайһың. Унда кемдер кәрәкле мәғлүмәт, икенсе бере үҙ яртыһын таба. Баштары эшләгәндәре интернет аша кеҫәһен ҡалынайта, белемен камиллаштыра, ә өсөнсөләре иһә, селтәрҙә күңел аса, яратҡан шөғөлдәре менән булыша. Хәҙер өлкәндәр ҙә йәштәрҙән ҡалышмай, интернет аша хәҙер хаҡлы ялдағы әбей-бабайҙар ҙа тиҙ генә эҙләгәнен таба.

65 йәштәрҙәге таныш апай ысын мәғәнәһендә үҙен интернетһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Телефонында «ватсап»та ултырһа, планшетында «Бәйләнештә», «Класташтар» социаль селтәрҙәрендә аралаша. Етмәһә, ике ай элек интернет аша кинолар ҡарайым, тип фатирына «вай-фай» ҙа үткәреп алды. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ҡала магазиндарының береһендә иҙән йыуыусы булып эшләй. Аҡса күп китә тип, яңыраҡ телефонындағы интернетын туҡтатты. Тик бер аҙна ла үтмәне, былай булмай тип, кире уны ялғарға булды. «Интернет - белмәгәнеңде өйрәтеүсе бай мәғлүмәт сығанағы, яҡындарың менән аралашыу сараһы. Эштә лә буш ваҡытта күңелһеҙ, тиҙ генә «ватсап»та туғандар менән аралашып алам. Төрлө һорауҙар килеп тыуһа, яуап та алып була. «Гугл карта» һиңә ҡайҙа, ниндәй бина кәрәклеген дә «һә» тигәнсе табып бирә. Тәүге мөхәббәтем мине «Класташтар» селтәренән эҙләп тапҡан бит әле. Кискә хәтлем түҙмәйем, яҙышҡы килә», - тип әйтеп ҡуйҙы.

Шул танышымдың һеңлеһе (ул да 60-ҡа етеп килә) Мәскәүгә ҡыҙына сығып китте. Ул ейән-ейәнсәрҙәренең фотоһын, үҙенең ҡайҙарҙа булыуын һәр ваҡыт «ватсап» аша ебәреп тора. Хатта нимә ашап ултырыуын, нимә кейеүен, нимә һатып алыуын да тәсфирләп яҙа. Элекке замандарҙағы кеүек хат алышыу ҙа кәрәкмәй. Вәт, замана!

Ваҡыт самаһын онотмай, дөрөҫ ҡуллана белгәндә, интернет селтәренең файҙаһын күп күрергә була. Мәғлүмәт менән алышыу, ниндәйҙер хәбәр ебәреү өсөн дә ҡағыҙ, ручка әрәм итеп, яҙышып ултырырға ла кәрәкмәй. Кәрәкле хәбәр бер нисә секунд эсендә бөтә донъяны урап сыға. Өлкәндәр феке-ренсә, компьютерҙы яҡшы үҙләштерһәң, интернет селтәре аша яңылыҡтар, теләгән мәғлүмәтте табыу ғына түгел, ә ҡайһы бер көнүҙәк мәсьәләләрҙе лә хәл итергә мөмкин. Тырышһаң, хаҡлы ялға сыҡтым тип туҡтап ҡалмаһаң, заманса техноло-гияларҙы тиҙ үҙләш-терергә мөмкин, ти улар.

Интернет - мәғлүмәт сығанағы, тибеҙ ҙә ул. Ләкин унда ла хәүефле урындар етерлек. Гәзиттә нәҡ өлкәндәрҙең интернет аша алданыуҙары хаҡында күп тапҡыр яҙғаныбыҙ бар. Тормошобоҙҙа осраған хулигандар, мутлашыусылар, кеше алдап байырға теләүселәр бында ла бихисап. Улар төрлөсә алдап хәбәрҙәр ебәрә, һеҙҙең социаль селтәрҙәге битегеҙҙе блокадалай, һеҙ булып башҡаларға хаттар яҙа һ.б. Бына ошо бәләләрҙән һаҡ булырға кәрәк.


Читайте нас: