газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
12 Ғинуар 2018, 12:58

Оҙаҡ йәшәү серҙәре нимәлә?

Яңыраҡ телевизорҙан «Орел и решка» тапшырыуын ҡараным. Көньяҡ Ҡытай диңгеҙендә урынлашҡан Хайнань утрауындағы оҙаҡ йәшәүселәр тураһында һөйләйҙәр. Унда уларға арналған аллея булдырылған. 200 меңдән ашыу фото, һәр береһе тураһында мәғлүмәт эленгән. Фотоһүрәттәге кешеләр бөтәһе лә иҫән. Кемгәлер - 103, кемгәлер - 106 йәш! «Беҙҙең илдә быларҙың ярты ғүмеренә лә етә алмайҙар?! Өләсәйем йәл, 70 йәшен дә тултырманы...» - тип илай-илай экскурсия ойошторҙо алып барыусы ҡыҙ.

Яңыраҡ телевизорҙан «Орел и решка» тапшырыуын ҡараным. Көньяҡ Ҡытай диңгеҙендә урынлашҡан Хайнань утрауындағы оҙаҡ йәшәүселәр тураһында һөйләйҙәр. Унда уларға арналған аллея булдырылған. 200 меңдән ашыу фото, һәр береһе тураһында мәғлүмәт эленгән. Фотоһүрәттәге кешеләр бөтәһе лә иҫән. Кемгәлер - 103, кемгәлер - 106 йәш! «Беҙҙең илдә быларҙың ярты ғүмеренә лә етә алмайҙар?! Өләсәйем йәл, 70 йәшен дә тултырманы...» - тип илай-илай экскурсия ойошторҙо алып барыусы ҡыҙ.

Ысынлап та, был утрауҙа халыҡтың оҙаҡ йәшәү сере нимәлә һуң? Был феномен менән Ҡытай белгестәре генә түгел, ә башҡа илдәр ҙә ҡыҙыҡһына. Һәм сәбәбен асыҡлайҙар - тәбиғәт. Ҡуйы тропик урманлы утрауҙа иң таҙа һыу һәм һауа.

Бынан тыш, утрауҙың бер өлөшөн вулкан туҙаны ҡаплау сәбәпле, ерҙә минералдар күп. Шуның өсөн емеш-еләктә селен бар. Билдәле булыуынса, селен организмды йәшәртә. Тағы ла улар диңгеҙ аҙыҡтарын ҡуллана.

Элекке заманда бында кешеләрҙе язаға тарттырып, һөргөнгә ебәргәндәр. Ә хәҙер был утрауҙан туристар өҙөлмәй. Улар ял итә, оҙаҡ йәшәү серҙәрен өйрәнә. Ә ҡытайҙар хаҡлы ялға сыҡҡас, тап ошо ерҙә йәшәүҙе хуп күрә.

Утрауҙа йәшәүселәр диңгеҙҙә һыу инә, кемдер йүгерә, велосипедта йөрөй. Хатта урам уртаһында биленә тренажер менән массаж яһайҙар.

Ошо тапшырыуҙан һуң үҙемә лә ҡыҙыҡ булып китте. Ә ни өсөн донъяның ҡайһы бер төбәктәрендә ысынлап та кешеләр оҙаҡ йәшәй?

Интернет мәғлүмәттәренә ҡа-рағанда, ғүмер оҙонлоғо буйынса Япония беренсе урында килә. Был илдә оҙаҡ йәшәү сере булып ашау рационы тора. Улар шулай уҡ диңгеҙ аҙыҡтары ашай. Фтор, йод, соя һөйәккә файҙалы, йөрәк ауырыуҙарын булдырмай. Йәшел сәй ҙә кеше организмында матдәләр алмашыныуын көйләй.

Ҡытай, Корея, Япония илдәрендә энә ҡаҙап дауалау һәм мануаль терапия киң таралған. Улар ауырыуҙы булдырмау һәм уны профилактикалау өсөн ҡулланыла.

Ә беҙҙә ауырып дауаханаға барһаң, һыу буйы дарыу яҙып бирәләр. Ҡайһы ауырыуҙан нәмә ярҙам итеүен интернет селтәр-ҙәренән белергә, түләүле меди-цинаға мөрәжәғәт итергә генә ҡала.

Ә Рәсәй йәшәү оҙонлоғо буйынса нисәнсе урында тип уйлайһығыҙ? 2015 йылда 110-сы урында булһа, хәҙер 129-сы! Беҙҙә уртаса 66 йәшкә тиклем йәшәйҙәр. Кавказ төбәгендә, айырыуса Ҡарасәй-Черкес, Дағстан, Чечня республикаларында оло быуын кешеләре күберәк иҫәпләнә. Уларҙың да сере - таулы һәм диңгеҙле һауа, уникаль тәбиғәт, һәйбәт экология.

Һүҙ ыңғайында, ике танышымдың яҙмышы тураһында әйтеп үтмәксемен. Улар менән үҙебеҙҙең ҡалала таныштым. Яҙмыш ҡушыуы буйынса, әхирәттәрем Башҡортостаныбыҙҙың саф һауалы районына күсенеп китте.

Зөләйха (исеме үҙгәртеп алынды) ун йылдан артыҡ әсә бәхетен татый алманы. Инде төңөлөп бөткәндә ире менән ауылға ҡайтып төпләнделәр. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ике йылдан һуң малай тапты.

Икенсе танышым Алина йәштән үк ҡан баҫымынан ыҙаланды. Дауахана тупһаһын тапап, хәлдән тайҙы. Даими дарыу эсеүенән дә файҙа булманы. Уйламағанда тыуған яғында эш тәҡдим иткәс, ҡайтырға мәжбүр булды. Уның менән әле лә телефондан һөйләшеп, осрашып торабыҙ. Был осраҡта ла, мөғжизә тип әйтәйемме, уны ҡан баҫымы бөтөнләй борсомай. Өҫтәүенә, ул да әсәй булды!

Беҙҙең илдә һауа бысрана, ә экология проблемаһы көсәйә генә бара. Тәү сиратта, быға сәнәғәт һәм транспорт саралары булышлыҡ итә. Һауаға марганец, мышьяк, ксилол, стирол, асбест кеүек ағыулы матдәләр тарала һәм ул кеше организмына эләгә. Былар һаулыҡҡа йоғонто яһамай ҡалмай. Әлбиттә, уйланырлыҡ урын бар.


Читайте нас: