газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
15 Декабрь 2017, 12:56

Күршеләр ҙә яратып уҡый

Гәзиткә яҙылырға ла һанаулы көндәр ҡалды. Бөртөкләп тигәндәй уҡыусылар йыйырға тырышабыҙ. «Сала-уат»ты тәүге һандарынан алдырған тоғро дуҫыбыҙ Гөлзифа апай Баһаутдинова яратҡан баҫмаһына күптән яҙылып ҡуйғайны. Ә яңыраҡ редакцияға шылтыратып, Ишембай районында йәшәүсе өс ҡыҙына һәм Салауаттағы улына яҙҙыртыуы тураһында хәбәр итте.

- Бүләк һайлай башлаһаң, баш ҡата ла тора. Уйланым-уйланым да, балаларыма Яңы йыл бүләге итеп «Салауат» гәзитен яҙҙыртырға булдым. Ифрат шатландылар, - ти ул.

Һай, афарин, Гөлзифа апай! Күптәргә өлгө күрһәттегеҙ бит һеҙ.

- Әсәйебеҙ бигерәк шәп бүләк яһаны. Ишембайҙа ғүмер кисерһәк тә, күрше ҡаланың яңылыҡтарын белеү ҙә бик ҡыҙыҡлы. Үҙебеҙҙең район гәзитенән айырмалы, «Салауат»та ҡыҫҡаса ғына яңылыҡтар бағанаһы урын алған. Унда иң мөһим хәл-ваҡиғаларҙы уҡырға була. Дүртенсе биттәге файҙалы кәңәштәр ҙә көндәлек тормошта бик кәрәкле, - тип һөйөнә улар.

Гөлзифа апайҙың өлгөр улан-ҡыҙҙары йәһәт кенә квитанция күсермәләрен лотерея уйнатыласаҡ ҡумтаға килтереп тә һалды. Бер нисә көндән бүләктәр ҙә отторолдо. Бәхет Гөлнур Яҡуповаға йылмайҙы. Ул кувшин менән стакандар отто. Шулай уҡ салаттар йыйылмаһы ла үҙ хужаһын тапты. Был юлы ул С.Ҡ.Мостафинға эләкте.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, бергә булдыҡ, киләсәктә лә бергә ҡалайыҡ! Яратҡан баҫмағыҙға яҙылыу ваҡыты уҙып бара. Һуңлай күрмәгеҙ!

Читайте нас: