газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
15 Декабрь 2017, 12:54

Барыһы ла халыҡ өсөн!

Рәсәй Президентын һайлау 2018 йылдың 18 мартында үтәсәк. Кандидаттарҙың исемлеге көндән-көн арта ғына, ҡайһы берәүҙәре хатта йәмғиәтте аптырашта ҡалдырҙы.

Рәсәй Президентын һайлау 2018 йылдың 18 мартында үтәсәк. Кандидаттарҙың исемлеге көндән-көн арта ғына, ҡайһы берәүҙәре хатта йәмғиәтте аптырашта ҡалдырҙы.

Алып барыусы Ксения Собчак һайлауҙа ҡатнашырға теләүен белдергәс, бик күп билдәле һәм ябай кешеләр шау-гөр килде. Уларҙың фекеренсә, Собчакка был тағы ла билдәлелек, йәғни пиар өсөн кәрәк.

71 йәшлек Владимир Жириновский кандидатураһын ал-тынсы тапҡыр күрһәтергә теләй. Ул, ғәҙәттәгесә, «алтын тауҙар» вәғәҙә итә. Уның маҡсаты - һайлауҙа еңеп сығып, «дилбегә»не йәш ышаныслы ҡулдарға тотторорға.

Геннадий Зюганов КПРФ партияһының «алыштырғыһыҙ» кандидаты. Уға 73 йәш. Ул медицинаны бушлай итергә, эш хаҡын һәм пенсияны күтәрергә уйлай.

Америка Ҡушма Штаттарында ла һайлауҙар үтте. Хиллари Клинтонға - 70, ә Президентлыҡҡа үткән Дональд Трампҡа 71 йәш.

Мине, бәлки мине генә түгел, бер һорау борсой. Ни эшләп йәштәргә юл бирмәйҙәр? Уларҙы берәү ҙә алыштыра алмаймы? Лайыҡлы йәштәр юҡмы бөтөнләй?

Оҙаҡ ваҡыт тынлыҡ һаҡлаған Владимир Путин Рәсәй Президенты һайлауҙарында кандидат булараҡ ҡатнашасағын әйтте. «Рәсәй тик алға ғына барасаҡ, һәм уны бер кем дә, бер ҡасан да туҡтата алмай!» - тине әлеге ил башлығы.

Интернет селтәрҙәре мәғлүмәттәренә ҡарағанда, кандидаттар араһында Владимир Путин төп фаворит. Ул идара иткән осорҙа донъя кимәлендә Рәсәйҙең сәйәси һәм иҡтисади йоғонтоһон арттырҙы, бизнес, спорт һәм мәғарифты үҫтереү буйынса бик күп закондарҙы ҡеүәтләне. Уның ыңғай яҡтарын әллә күпме һынарға мөмкин.

Әммә проблемалар ҙа етерлек бит. Мәҫәлән, бөтәһенә лә кәрәкле медицина. Украина, Сүриә балаларын беҙгә килтереп, бушлай дауалайҙар. Әлбиттә, изге эш. Шул ваҡытта беҙҙең ил балаларына һәйбәт белгескә күренергә булһа, түләүле. Поликлиникаларҙа белгестәр юҡ тиерлек. Улар барыһы ла түләүле шәхси дауаханаларға күсеп бөткәндәр. Шул врачтарҙың эш хаҡын күтәрһәләр, улар китмәҫ ине.

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы - 29 мең һум, тиҙәр. Уны ҡайҙан иҫәпләп сығарғандарҙыр, билдәһеҙ. Ябай эшсе 8-10 меңдән артыҡ алмауы бөтәһенә билдәле лә баһа. Фатир өсөн түләү йылына әллә ике тапҡыр арттырыла. Эш хаҡы ла шулай күтәрелһә ине, йәмәғәт!

Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйтергә теләйем. Ошо ҙур илебеҙгә Президент булып һайланған кешенең девизы - «Барыһы ла халыҡ өсөн!» булһа ине.
Читайте нас: