Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
8 Декабрь 2017, 10:58

Яңы стела оҡшаймы?

Ҡаланың сәнәғәт зонаһына боролған ерҙә ғәйәт ҙур газгольдер рәүешендәге стеланы күптәр хәтерләйҙер. Ул предприятиеның 60 йыллыҡ юбилейына 2008 йылда урынлаштырылғайны. Тап ул преприятиеның йөҙөк ҡашы булып торҙо. Әммә күптән түгел шул урында ете метр бейеклектәге яңы таҡтаташ ҡалҡып сыҡты.

Стеланың макеты «Газпром» йәмғиәте тарафынан раҫланған. Тик үҙгәреш ҡала халҡының кәйефен төшөрҙө генә. Интернет селтәрҙәрендә лә бихисап кире фекерҙәр яңғыраны. Сөнки күптәр яңыһының формаһы бигерәк мәғәнәһеҙ, ти. «Стела тип әйтеп буламы ошоно? Оят хатта», «Тәүгеһенең яҙыуын ғына алыштырып ҡуйһалар ҙа, шәп булыр ине, исмаһам», «Тегеһе әллә ҡайҙан иғтибарҙы үҙенә йәлеп итеп, балҡып ултыра ине. Меҫкен бер бағана инде. Күҙгә бик салынып та бармай», тигән комментарийҙарҙы күрергә була.

«Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең административ-хужалыҡ идаралығының баш инженеры Юрий Абель бына ниндәй аңлатма бирә.

- Билдәне алыштырыуҙың сәбәбе бер: элеккеһе «Салауатнефтеоргсинтез»ды символлаштыра ине. Предприятиеның исеме һәм корпоратив стиле үҙгәреү сәбәпле, яңыһын булдырыу зарурлығы килеп тыуҙы.

Бәлки, был дөрөҫтөр ҙә. Шулай ҙа, про-ектты төҙөүселәргә иғтибарлыраҡ, халыҡ-тың да фекерен иҫәпкә алырға кәрәк ине.

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, гәзит уҡыусылар?

Читайте нас: