Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
8 Декабрь 2017, 11:01

Ауырыуҙар артҡан һайын, белгестәр кәмей бара

Халыҡтың күпселеге һуңғы ваҡыт-та медицинаның сикле булыуына зарлана. Дауаханаларҙа сират ҙур. Белгестәр етешмәй. Башлыса нәҡ ошо сәбәптәр күптәрҙе түләүле медицина өлкәһен һайларға мәжбүр итә лә инде.

Халыҡтың күпселеге һуңғы ваҡытта медицинаның сикле булыуына зарлана. Дауаханаларҙа сират ҙур. Белгестәр етешмәй. Башлыса нәҡ ошо сәбәптәр күптәрҙе түләүле медицина өлкәһен һайларға мәжбүр итә лә инде.

Ҡалабыҙҙың балалар дауаханаһына йыш йөрөргә тура килә. Яңыраҡ ҡыҙым менән унда комиссия үттек. Тар белгестәр булмағанлыҡтан процедура ике аҙнаға һуҙылды. Күҙ врачы ҡайҙалыр уҡыуҙа, эндокринолог Салауатта бөтөнләй юҡ, тинеләр. Шулай ҙа беҙгә бәхет йылмайҙы. Айына бер тапҡыр Стәрлетамаҡтан белгес киләсәк, тип талон бирҙеләр. Шәмбе көн оло йәштәрҙәге врач 200-ләп халыҡты иртәнән алып төшкә тиклем ҡабул итте. Ҙур баҙарҙы хәтерләткән коридорҙа кешеләр шау-гөр килде. Бәләкәстәр асығып илай башланы, бер йәш ҡатын түҙмәй улы менән тиҙерәк табипҡа күренәм тип ишеккә табан үрелгәйне, артта торған ҡатын уға ҡарап һүгенеү һүҙҙәрен яңғыратты. Тегенеһе лә бирешмәне, ҡаршы аҡырырға тотондо. Был ғына ла түгел әле, бер-береһен төртөшөп тә өлгөрҙөләр. Был ғауғаны ишетеп шәфҡәт туташы килеп сыҡты. Нимәлер тип ул ауырыуҙарҙы әрләп ташланы. Шунан 10-лап кешене бер юлы бүлмәгә индерә башланы. Балаларҙы врач тиҙ генә ҡарай ҙа, карточкаға яҙып сығарып та ебәрә. Хәлдән тайған халыҡҡа нисек тә булһа комиссияны үтергә кәрәк бит. Башҡа бындай белгесте ҡасан тоталар әле. Балалары сәләмәтлеген тикшертеү ҙә юҡ, тиҙерәк ҡултамға алыу яғын ғына ҡарайҙар. Миңә 3 йәшлек ҡыҙым менән шулай иртәнге 8-ҙән 12-гә тиклем ошо мәшхәрҙе татырға тура килде.

Эндокринолог - кешенең эндокрин системаларын күҙәткән белгес. Ә бит һуңғы йылдарҙа ҡалҡан биҙенең, шәкәр диабетының аҙыуын иҫәпкә алғанда, был йүнәлеш буйынса һәр белгестең алтынға бәрәбәр булыуын һөйләп тораһы ла түгел. Иң мөһиме - сирҙе алдан иҫкәртеү тип ҡабатларға яратһаҡ та, теләк булып та, күренергә табип юҡлығы мәсьәләне ҡатмарлаштыра ғына. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, нәҡ ошо сәбәпле Башҡортостанда ғына йыл һайын шәкәр диабеты менән сирле 9 меңгә яҡын кеше теркәлә. Әлбиттә, республика Хөкүмәте поликлиникаларҙы, дауаханаларҙы бел-гестәр менән тәьмин итеү сараларының төрлө юлдарын эҙләйҙер ҙә ул. Тик ҡасан барыһы ла рәткә һалыныр икән?

Стоматология поликлиникаһындағы хәлде әйтеп бөтөрлөк тә түгел. Телефон аша шылтыратып белгескә яҙылайым тиһәм, алдағы ике аҙнаға талон бөтөнләй юҡ тип яуап ҡайтарҙылар. Ә поликлиника алдында сират тороп, шунда уҡ «ҡунып», иртән табипҡа яҙылып була, тиҙәр, әммә ундай мөмкинселек юҡ. Түләүле үтәм тиһәң, юлдар асыҡ. Аҡсаң ғына булһын.

Ысынлап та, һуңғы ваҡытта айырым белгестәргә яҙылыуы бик ауыр. Яҙылған хәлдә лә, сиратты ай-ай ярым көтөргә тура килә. Сәбәбе билдәле - кадрҙарға ҡытлыҡ. Бындай хәл балалар поликлиникаһында ғына түгел, өлкәндәрҙекендә лә шулай. Был бушлай медицинаның шулай түләүлегә әйләнә барыуымы икән?


Читайте нас: