Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
1 Декабрь 2017, 11:30

Ҡыш һин ҡайҙа, бер айҙан Яңы йыл...

1 декабрь ҙә килеп етте. Ҡыштың тәүге көнө булыуға ҡарамаҫтан, тышта бер бөртөк тә ҡар әҫәре күренмәй. Синоптиктар ниҙәр генә юраһа ла, улар дөрөҫ булмай сыға. Әллә ҡасан вәғәҙәләгән ҡар ҙа, ҡыш һыуығы ла юҡ әлегә.

Ҡала юлдарында саң уйнай. Һөнәри белем биреү лицейы студенттары, ойошма, предприятие эшселәре урамдарҙы кипкән ағас япраҡтарынан таҙартырға сыҡты. Һепертке, тырмалар тотҡан салауаттар билдәләнгән урындан сүп-сарҙы йыйҙы.

Яңы йылға бер ай ҡалһа ла, ҡар юҡ, боҙ юҡ тип тормай, Ленин майҙанында балалар өсөн тау эшләй башланылар. Был бурысты “Торлаҡ коммуналь заказсы“ предприятиеһы эшселәре башҡара. Әле уның каркасын әҙерләйҙәр, һуңынан ул боҙ менән ҡапланасаҡ.

Ә “Октябрь“ кинотеатры алдында ағастан эшләнгән тау күптән үк ҙур урынды алып тора. Тик унда шыуырға боҙ һәм сатлама һыуыҡтар ғына етмәй.
Читайте нас: