Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
1 Декабрь 2017, 12:05

Әллә ғәйеп үҙебеҙҙә, әллә заманда хата

Эштән ҡайтып барам. Аҙым һайын урынлашҡан сауҙа нөктәләренә иҫ китерлек. Уларҙа эш ҡайнай: берәү һата, икенсеһе һатып ала, магазин хужалары тауар ташый. Бер көндө сәйер күренешкә юлыҡтым әле. Әйбер тейәлгән йөк машинаһы магазин яғына ыңғайлай.

Эштән ҡайтып барам. Аҙым һайын урынлашҡан сауҙа нөктәләренә иҫ китерлек. Уларҙа эш ҡайнай: берәү һата, икенсеһе һатып ала, магазин хужалары тауар ташый. Бер көндө сәйер күренешкә юлыҡтым әле. Әйбер тейәлгән йөк машинаһы магазин яғына ыңғайлай. Ә унан йыраҡ түгел күгәрсендәр гөргөлдәшеп үҙҙәренә аҙыҡ эҙләп йөрөй. Дүрт йәштәр тирәһендәге ҡыҙыҡай әсәһе менән баҡсанан ҡайтып бара, ахырыһы. Машинаның ҡоштар яғына яҡынлағанын күрҙе лә, ҡулдары менән автомобиль водителенә ымлап: «Әйҙә, әйҙә, бында, яҡыныраҡ, тапат тиҙерәк!» - тип ярһып ҡысҡырҙы. Яҡын-тирәләге кешеләр аптырап әйләнеп ҡараны. Кескәй генә йөрәктә ҡайҙан шундай ҡаты бәғерһеҙлек? Ҡулынан етәкләгән әсәй кеше бер нәмә лә өндәшмәне. «Балам, улай ярамай. Ҡоштар - беҙҙең ҡанатлы дуҫтарыбыҙ. Машина тапатһа, уларға ҡыйын була бит», - тип әйтһә лә, яҙыҡ булмаҫ ине, әлбиттә. Әммә әсәй өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе. Ә тәрбиәнең башы тап ғаиләлә башлана бит. Шунан, үҫмерҙәрҙең ҡылығына аптырап, бот сабабыҙ. Яңыраҡ күрше Татарстанда кескәй генә өс ҡыҙҙың бесәй балаһын 14-се ҡаттан ырғытыуы күптәрҙе тетрәндерҙе. Ҡыҙҙарҙың икәүһе башланғыс класта уҡый, береһе - мәктәпкә лә бармаған. Бетон плитә өҫтөндә ауыр хәлдә ятҡан мыраубайҙы бер ҡатын күреп ҡалып, волонтерҙарға мөрәжәғәт итә. Видеокамера яҙма-һынан күренеүенсә, ҡыҙҙар хайуанды көлөшә-көлөшә 14-се ҡатҡа алып мендергәндәр, кире төшкәндә бесәй инде улар менән булмаған. Шул йортта йәшәүселәр хайуандарға ҡарата мәрхәмәтһеҙ мөнәсәбәт факты буйынса полицияға мөрәжәғәт итмәксе. Бик ауыр хәлдәге бесәй балаһын ветеринария клиникаһына илткәндәр.

Былтыр Хабаровскиҙа булған ҡот осҡос хәлде иҫкә төшөрөүҙән тәндәр зымбырлап китә. Ике студент ҡыҙ приюттарҙан һәм волонтерҙарҙан эт-бесәйҙәр алып, уларҙы язалағайнылар. Улар дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙы ташландыҡ биналарға бикләп, вәхшиҙәрсә йәберләйҙәр: күҙҙәрен соҡойҙар, бау менән муйындарын быуалар, аяҡтары менән иҙгесләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта иҫ киткес ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәләр. Ул ғына ла түгел, хайуандарҙы үлтергәндән һуң, уларҙы телгесләп, эсәктәрен аҡтаралар. Етмәһә, бөтә процесты видео һәи фотоға төшөрөп, социаль селтәрҙәргә ҡуялар. Уларға бер күҙ һалыуҙан ғына тән зымбырҙап китә. Фотола күҙҙәре соҡоп алынған аҡ төҫтәге көсөк. Буш күҙҙәрҙән аҡ йөнө буйлап һоро бетон иҙәнгә ҡыҙыл ҡан тама. Ул скотч менән бәйләнгән эйәген аҫҡа төшөрөп, тынһыҙ ултыра. Бәлки, ул сыйнайҙыр ҙа. Сөнки уның йәне әрней, бөтә тәне ауырта. Тиҙҙән уны үлтерәсәктәр. Әммә үлеме алдынан уны тағы әллә күпме язалар көтә. Ҡайҙан килә ҡанһыҙлыҡ? Ҡала халҡын был ныҡ аптырата һәм һанаулы ғына ваҡытта йорт хайуандарын язалаусыларға ҡарата саралар күреүҙе һорап, 12 меңдән ашыу ҡултамға йыйылып, петиция булдырыла.

Күптәр баланың тәрбиәһе менән тәрбиәселәр, уҡытыусылар ғына шө-ғөлләнергә тейеш тип уйлай. Юҡ, был дөрөҫ түгел. Тәрбиә нигеҙен ата-әсәнең шәхси үрнәге, йоғонтоло һүҙе, яғымлы һәм талапсан мөғәлләмәһе тәшкил итә. Ни сәсһәң, шуны урырһың, тигән аҡыллы халыҡ әйтеме лә бар. Баланың ваҡ-төйәк ҡылыҡтарына иғтибар итмәйенсә, һуңынан, үкенеп ултырырға тура килмәгәйе. Бала тәрбиәләү - ауыр һәм яуаплы хеҙмәт. Ҡайҙа әрләй, ҡайҙа ярата белеү мотлаҡ. Шул уҡ ваҡытта баланың да фекерҙәрен иҫәпкә алырға кәрәк. Ата-әсә бала өсөн иптәш тә, дуҫ та, серҙәш тә, психолог та булырға тейеш. Хәҙерге бөтә нәмә матди ҡиммәттәргә ҡоролған заманда күптәр быны аңлап етмәй. Бер аҡыл эйәһе әйткән бит, балаңды яҡшы итеп тәрбиәләгең килһә, уға аҡса түгел, ваҡытыңды күберәк бүл.Дөрөҫ һүҙҙәр. Күп әсәләр, балаһының хаҡлы булмауын белеп тә, ҡайһы берҙә яҡлаша. Ә үҫмер, барыбер, уға ғына ышанасаҡтарын белеп, ҡырын эштәр ҡылыуын дауам итә. Бөгөн баланы тәрбиәләүҙә төп тәрбиәсе хеҙмәт булыуы ла онотолдо. Балаға мәктәптә иҙән йыуырға, баҡсала эшләргә, сүп утарға ярамай, ә көнө буйы компьютер, телевизор алдында ултырырға мөмкин. Әллә ғәйеп өлкәндәрҙең үҙҙәрендә, әллә заманда хата? Аныҡ яуап юҡ. Балалар үҫеп килә. Хоҙайым, баштарына аҡыл, иман, тәүфиҡ бирһәң ине, тип теләйем көн һайын.


Читайте нас: