Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
28 Ноябрь 2017, 15:09

Бир 5 һумыңды, бирмәһәң...

Хәҙер хәйерселәр бигерәк күбәйҙе, уларҙың ҡайһыһы ялған, ҡайһыһы ысын икәнлеген дә айырмаҫһың. Һоранып торған инва-лидтарҙы ла ҡала урамдарында йыш күрергә тура килә. Уларға янсыҡта аҡса булһа, йәлләп тороу оят та кеүек. Аяҡ-ҡулһыҙ, йәки инвалид коляскаһында ултырған кешеләргә ҡараһаң күҙгә йәш тығыла.

Хәҙер хәйерселәр бигерәк күбәйҙе, уларҙың ҡайһыһы ялған, ҡайһыһы ысын икәнлеген дә айырмаҫһың. Һоранып торған инва-лидтарҙы ла ҡала урамдарында йыш күрергә тура килә. Уларға янсыҡта аҡса булһа, йәлләп тороу оят та кеүек. Аяҡ-ҡулһыҙ, йәки инвалид коляскаһында ултырған кешеләргә ҡараһаң күҙгә йәш тығыла.

Эйе, сараһыҙлыҡтан теләнселәгән кеше­ләр ҙә юҡ түгел, тик ундайҙар бик аҙ. Беҙ аҡса тоттороп киткән хәйерсе-ләр араһында иһә ысынында бер ҡай-ҙа ла эшләмәгән, баш йүнәтергә аҡса һораған эскеселәр, алкаш ата-әсәһенә сираттағы шешәгә аҡса йыйыусы балалар, хатта имен йәшәгән балаһына ярҙам итергә теләгән, бының өсөн меҫкенлеккә төшөргә һис тә оялмаған ҡарт-ҡоролар ҙа бар. Магазиндарҙа инвалид балаларға аҡса йыйыусы ҡатындар, йәки волонтерҙарҙы әйтеп тораһы ла түгел. Уларҙың да нимәгә аҡса һорауҙарын белмәҫһең. Төрлө операциялар өсөн ниндәйҙер иҫәптәргә аҡса күсереү тураһында белдереүҙәр ҙә бихисап.

Ни өсөн аҡса бирәбеҙ һуң уларға - һәр кем Алла алдында яҡшыраҡ булып күренергә теләйме, әллә бына мин ҡайһылай изге күңелле, тип үҙ-үҙен аҡлаймы? Әллә йәлләйме, бәлки, үҙенең был хәйерсе алдында күпкә яҡшыраҡ кейенеп торғанлығынан оялалыр?

Әле бына интернет селтәрҙәрендә ҡаланың сауҙа нөктәләренең береһе янында һоранып йөрөгән 40 йәштәрҙәге әҙәм тураһында ҡыҙыу бәхәстәр бара. Кемделер уның шулай теләнселәп йөрөүе ярһыта. Бәғзеләре йәлләй, йәки иғтибар итмәҫкә тырыша.

“Биш һум бир әле“, тип һәр кемгә бәйләнә ул. “Аҡса юҡ”, - тиһәң, ул һиңә: “Әтеү 1 һум бир”, - ти. “Юҡ!” - тип яуап ҡайтарыуың була, бер-бер артлы һүгенеү һүҙҙәрен яңғырата башлай. Үҙем шул тирәлә йәшәгәс, быларҙы йыш ишетергә тура килә. Руль артында ултырған водителдәр менән аралашырға ла ятһынмай был әҙәм. Ҡайһы берҙәре уны үҙе кеүек үк алама һүҙҙәр менән әрләп тә ташлай.

Аҡыл яғынан зәғиф әҙәм магазинда һатыусыларға сүп-сар ташырға ла ярҙам итә ҡайһы саҡ. Бының өсөн уға аҡса түләйҙәр. Уның физик яҡтан әҙләп эшләрҙәй көсө лә, теләге лә бар, тимәк. Тик ана шул аҡыл зәғифлегенән кемдер файҙаланып һүгенергә, теләнселәүгә өйрәтмәнеме икән, тигән һорау тыуа. Ул аҡса һораныуҙы, етмәһә, һүгенеүҙе ҡушып, үҙе белеп башҡара, тип уйлайһығыҙмы, ай-һай, икеле. Бер яҡтан ҡарағанда, уның теләнселәп йөрөүенең бер ғәйебе лә юҡ. Хәйерселәргә ҡарата закон да ҡаралмаған. Улар һиңә бер насарлыҡ менән дә янамай кеүек. Миһырбанлы булырға, яҡшылыҡҡа өйрәтергә кәрәк бындай әҙәмдәрҙе.


Читайте нас: