Эйе, оло кеше менән килешмәҫлек түгел. Йәшелсәнең хаҡы йыл әйләнәһенә ныҡ тирбәлә. Башҡа аҙыҡ-түлектәр араһында ла ҡиммәтләнгәндәре лә, арзанайғандары ла бар. Мәҫәлән, йомортҡа менән һөткә хаҡ күтәрелгән. Хаҡы төшкән аҙыҡтар араһында ныҡ аптыратҡаны шәкәр, уны бөгөн хатта 30 һум менән һаталар, һуңғы бер-ике йылда был татлыҡайҙың ундай кимәлгә төшкәнен иҫләмәйем.
Әйткәндәй, 12 октябрҙән Рәсәйҙә 200 һәм 2 мең һумлыҡ яңы банкноттар әйләнешкә сыҡты, ҡулығыҙға килеп эләкһә, аптырап ҡалмағыҙ, улар менән дә ҡыйыу иҫәпләшә алаһығыҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, илдең аҡса берәмегендә төшөрөләсәк символдарҙы Рәсәйҙә йәшәүселәр үҙҙәре һайланы. Яңы аҡсаларҙа Севастополь һәм Владивосток ҡалаларының иҫтәлекле урындары сағылыш тапҡан.