газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
23 Ғинуар 2017, 02:00

“Таҙа. Яҡлаусыһыҙ. Һинең ҡулда”

Экология проблемаһына бөтә йәмәғәтселектең иғтибарын йә-леп итеү, уны хәл итеүҙә ыңғай һөҙөмтәләргә ирешеү маҡсатында, 2013 йыл Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы исеме аҫтында үткәйне. Быйылғы йыл да ошо теманы күтәреп сығып, Рәсәй һәм Башҡортостанда Экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителде. Тимәк, тәбиғәтте ҡурсалау етди ҡараш, әүҙем эш талап итә.


Салауаттың бер нисә майҙансығында Экология йылын асыуға арналған сара-лар үтте. Шулай итеп, ҡаланың мәҙәниәт һәм белем биреү учреждениелары исемле йылға старт биреү акцияһына ҡушылды.

Акция сиктәрендәге саралар иртән үк башланып китте. Салауат индустриаль колледжы “Ҡағыҙ бумы”, “Сюрпризлы иртә” тематик уйындары, 20-се һөнәри лицей “Тәбиғәтте бергә һаҡлайыҡ” КВН-ын үткәрҙе. Сәнғәт мәктәбендә “Донъябыҙ эколог күҙлегенән” күргәҙ-мәһе ойошторолдо, музыка мәктәбендә тәбиғәт күренештәренә бәйле концерт күрһәтелде.

Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре Экология йылын асыуға ентекле әҙерләнгән. Сарала балаларға өҫтәмә белем биреүсе экология-биология станцияһы, туризм үҙәге вәкилдәре ҡатнашты. Етәкселәре уҡыусылар менән алып барылған эш, төрлө ерҙәргә сәйәхәт ҡылыуҙары хаҡында бәйән итһә, түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүсе йәш экологтар, туристар тиҫтерҙәрен Ер-әсәбеҙгә ҡарата ихтирамлы, изгелекле булырға, ул биргән тормош сығанаҡтарының - йылға-күлдәрҙең, урман-ҡырҙарҙың ҡәҙерен белергә саҡырҙы.

Музейҙа ойошторолған сараға уҡыусылар менән бер рәттән оло быуын вәкилдәре лә килгәйне. Комбинат ветераны предприятие төҙөлгән саҡта йәштәрҙең ағас, сәскә ултыртыу өмәләренә лә актив сығыуын иҫкә төшөрҙө. Йәштәргә үрнәк алырлыҡ миҫал был.

Ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Әлфиә Тимербулатова йәш быуынға мөрәжәғәт итеп телмәр тотто:

- Һеҙ яңы быуын вәкилдәре һәм киләсәгебеҙҙең нисек булыуы, тирә-яҡ мөхиттең һаҡланыуы тик һеҙҙән генә тора. Араларығыҙҙа сәнәғәт ойошмалары етәкселәре булып китеүселәр ҙә табылыр, әммә кешегә ғүмер бүләк иткән тәбиғәтте һәләк итеүгә юл ҡуймағыҙ. Йәштән үк күңелендә уратып алған йәшел мөхиткә һөйөүе булғандар һәр ваҡыт уға һаҡсыл ҡарашта булырға тырыша. Быйылғы йылдың Экология йылы тип иғлан ителеүе тәбиғәттең ҡәҙерен белергә өйрәтер тигән ышаныстабыҙ, - тине ул.

Үҙәк китапханала осрашыу тәбиғәттең иң гүзәл мәлдәрен сағылдырған фотоларҙан, һүрәттәрҙән, төрлө китаптарҙан торған күргәҙмә менән танышыуҙан башланып китте. Китапханасылар буласаҡ шәфҡәт туташтарын видеояҙма аша Башҡор-тостандың иң гүзәл ерҙәренә сәйәхәт ҡылдырҙы, шағир, яҙыусыларҙың һү-рәтләүҙәре аша илебеҙҙең төрлө хозур тәбиғәтле урындарына алып китте. Шул уҡ ваҡытта кешенең аңһыҙ ҡылыҡта-ры арҡаһында ошо матурлыҡтарҙан ҡолаҡ ҡағырға мөмкин икәнлеген дә иҫкәрттеләр. Йәштәрҙе Салауат башҡорт дәүләт драма театрының “Арлекин” балалар студияһы күрһәткән ҡыҫҡа ғына композиция ла уйланырға мәжбүр итте.

Исемле йыл “Таҙа. Яҡлаусыһыҙ. Һинең ҡулда” тигән девиз аҫтында үтә. Студенттар ошо темаға арналып эшлән-гән плакатҡа үҙенең теләктәре яҙылған ҡағыҙ күбәләктәрҙе йәбештерҙе.

Студенттарға һәм уҡыусыларға Экология йылының эмблемаһы хаҡында ла аңлатма бирелде. Бер үк ваҡытта үҫентене, ҡошто һәм кешене символлаштырған башҡорт милли орнаменты Башҡортостан флагы төҫтәрендә төшөрөлгән. Төп график фигура - милли кәсеп булараҡ умартасылыҡты ла сағылдыра. Унда тәбиғәттәге тереклектең үҙ-ара бәйләнеше, фән булараҡ экологияның әһәмиәте асылған.

Шулай итеп, Салауатта Экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы старт алды. Ошоға бәйле ҡалала йыл буйына төрлө саралар уҙғарыу планлаштырылған. Иң мөһиме - уларҙың һөҙөмтәләре йәштәрҙең тирә-яҡ мөхиткә ҡәҙерләп ҡарауында сағылһын.

Гөлнара Асҡарова.

Читайте нас: