Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
26 Март 2021, 09:35

Сит илгә сығыу - үҫешкә ярҙам

Яңыраҡ ҡалаға “Ашығыс экспорт ярҙамы” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлек буйынса дәүләт комитеты белгестәре килде. Был эшлекле сәфәрҙең маҡсаты - компанияларға тышҡы ҡтисади эшмәкәрлеккә дәүләт ярҙамы тураһында мәғлүмәтте еткереү һәм ҡала эшҡыуарҙар араһынан экспортерҙарҙы асыҡлау.

“Ашығыс экспорт ярҙамы” проекты сиктәрендә белгестәр республика ҡала һәм райондарына сығып муниципалитет башлыҡтары һәм бизнес-шерифтары менән осраша, экспорт үҫешенә бәйле киҫкен һорауҙарҙы күтәрә, компаниялар вәкилдәре менән кәңәшләшә.
- Проекттың төп маҡсаты - компанияларға тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек өлкәһендә дәүләт ярҙамы хаҡында мәғлүмәт биреү. Беҙ муниципалитеттарҙа булабыҙ, производство майҙансыҡтарында осрашыуҙар ойошторабыҙ, уларҙың экспортҡа бәйле пландары менән танышабыҙ, ошо юҫыҡта ниндәй ауырлыҡтарға осрауҙары тураһында белешәбеҙ. Уларға тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеген үҫтереү өсөн ниндәй файҙалы инструменттар булдырылыуы хаҡында аңлатабыҙ. Максималь рәүештә күберәк компанияларҙа булырға тырышабыҙ һәм уларҙы конкрет маҡсаттар менән мөрәжәғәт итеп, ярҙам алырға саҡырабыҙ, - тип һөйләй Өфөләге “Рәсәй экспорт үҙәге” йәмғиәтенең айырымланған бүлексәһе етәксеһе Ренат Манапов.
Беҙҙең ҡалала белгестәр “СалауатГидрав-лика”ла, элекке оптика-механика заводы нигеҙендә урынлашҡан “Мебель галереяһы” мебель производствоһында, “Холлер” тегеү предприятиеһында, “Башметиз Сервис” торба үткәргес элементтарын етештереү буйынса компанияла булды. Өфө ҡунаҡтары өсөн экскурсия уҙғарылды, уларҙың продукциялары менән таныштырылды һәм һәр компания өсөн актуаль булған һорауҙар ҡаралды.
Ҡала хакимиәте башлығының иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса урынбаҫары Урал Мәғизов Салауатҡа экспертттарҙың килеүен бик мөһим тип билдәләне.
- Беҙҙең ҡалала экспортҡа сығырҙай компаниялар етерлек. Ә был өлкәлә әлеге ваҡытта күпме субсидия бирелеүен иҫәпкә алғанда, ҡала эшҡыуарҙарының мөмкинлектәре киңәйә. Профессионал кәңәшселәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләп, йүнселдәрҙе был йүнәлешкә йәлеп итәсәкбеҙ. Әлбиттә, бизнесҡа ярҙам итеү үҙәге күрһәткән хеҙмәттәр менән дә файҙаланырға кәрәк, мәҫәлән, төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу, сит илдәрҙән партнерҙар эҙләү. Был ысынлап та бик кәрәкле һәм эшләй торған проект, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Предприятиеларҙа булғандан һуң белгестәр командаһы ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов менән экспортҡа сығырға әҙер булған ҡала компанияларына ярҙам итеү юлдары хаҡында һөйләште.
Читайте нас: