газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
28 Август 2020, 13:56

Иң мөһиме - маҡсатыңды белеү һәм уға табан барыу

Салауатта «Ҡатын-ҡыҙ. Бизнес. Ғаилә» тип аталған ҡала форумы уҙҙы. Унда Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ - эшҡыуарҙары ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьмина, ассоциацияның башҡарма директоры Анастасия Ғиниәтуллина, ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов һәм уның хәләл ефете Татьяна, шулай уҡ ҡалабыҙҙың иң актив эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашты.

Форум бик эшлекле шарттарҙа уҙҙы һәм күптәр өсөн фәһемле булды. Йүнселлек менән шөғөлләнгән гүзәл заттар үҙҙәренең эш асыу тарихы, юлдарында осраған проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында һөйләне, бизнес, әсә һәм ҡатын ролдәрен уңышлы алып барыу серҙәре менән бүлеште.
«Бәхетле балалар» үҙәктәре етәксеһе Оксана Бехтгольд коронавирус пандемияһы сорнап алған ауыр шарттарҙа хәлдән нисек сығыуҙары хаҡында бәйән итте.
- 2020 йыл үҙенсәлекле, карантин, изоляция ҡағиҙә-ләре индерелде. Беҙ 25 мартта ябылдыҡ. Башта был хәл күпмегә һуҙылыуы аңлашылмай ине, әммә унан сығыу юлын таптыҡ һәм дистанцион шөғөлләнеүгә күстек. Әле лә ошо форматта эшләйбеҙ, - ти ханым.
Эльвира Зәйнәғетдинова өсөн пандемия эшҡыуарлыҡ йүнәлешен үҙгәртергә мәжбүр иткән.
- Дүрт йыл мин «Көнсығыш» ғаилә фитнесы студияһы идарасыһы булдым, күп кенә акциялар ойоштора торғайныҡ. Пандемия тормо-шома етди генә үҙгәрештәр индерҙе. Һөҙөмтәлә мин төрлө байрамдар ойоштороу буйынса етәксегә әйләндем. Киләсәктә «Эшҡыуарҙар балы»н уҙғарыу теләге бар, - ти бизнес-леди.
Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ - эшҡыуарҙары ассоциа-цияһы рәйесе Алла Кузьмина үҙ эшен асыусы йүнселдәргә ярҙам итеүсе федераль программалар менән та-ныштырҙы һәм бизнес-леди-ҙарҙы республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара семинарҙарҙа, конкурстарҙа актив ҡатна-шырға саҡырҙы. Был юҫыҡта республика ассоциацияһы Салауаттың эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарына үҙҙәренең беле-мен, тәжрибәһен күрһәтеүгә һәм алға барыуға ярҙам итәсәк, тип белдерҙе.
- Форум Салауат ҡала-һына, уның эшҡыуарҙарына ҡарашымды үҙгәртте. Бында өлгө булырлыҡ, бизнесты ла алып барыусы, ғаиләһен дә ҡараусы, әүҙем социаль ҡарашы булған ҡатын-ҡыҙҙар күп. Уларҙың уңыш тарихтары һоҡландыра, амбициялары шатландыра. Ҡатын-ҡыҙ - эшҡыуарҙар ассоциацияһы Салауат ҡа-лаһының ошо берләшмәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк, республикала ҡатын-ҡыҙҙар бизнесы идеяһын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Беҙ ике ҙур проектты билдәләп тә ҡуйҙыҡ, Салауаттың бизнес-ледиҙарын «Ҡатын-ҡыҙ - директор» конкурсына саҡырҙыҡ. Гүзәл заттар йүнселлегенең матур йолаларын үҫтерәсәкбеҙ, яңы идеяларҙы актив тормошҡа ашырасаҡбыҙ, - тине ул.
- Салауат ҡалаһы ҡатын-ҡыҙҙарының эшҡыуарҙар берекмәһе ҙур потенциалға эйә һәм беҙ уны файҙаланырға тейеш. Уларҙың ниндәй дәрт-дарман менән эшкә тото-ноуҙарын күреү илһамланды-ра. Яңыраҡ ҡала хакимиәтендә уҙған осрашыуҙа эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең проблемалары менән бүлеште һәм уларҙың ҡайһы берҙәренә белем, ҡайһыһына тәжрибә етеңкерәмәй. Ошондай фо-румдар уларға ярҙам итер, тип ышанам. Тәүге форум «Ҡатын-ҡыҙ. Бизнес. Ғаилә» тип атала. Өй усағын һаҡлап һәм шул уҡ ваҡытта бизнес та алып барыу, бигерәк тә әлеге әлеге коронавирус пандемияһы индергән үҙгәрештәр шартта-рында, ул ҙур оҫталыҡ, тип иҫәпләйем һәм бындай кешеләр ҙур ихтирамға лайыҡ, - тине Игорь Геннадьевич. Ул Салауат ҡалаһын сәнәғәт үҙәге булараҡ ҡына түгел, ижади һәм булдыҡлы кешеләр ҡалаһы тип тә данын күтәрергә саҡырҙы. - Бының өсөн беҙҙә нигеҙ бар. Оялмағыҙ, беҙгә килегеҙ һәм һеҙгә проекттарығыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итербеҙ.
Форумға йомғаҡ яһап, иҡтисад, сәнәғәт, инвести-циялар, эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа идаралығы начальнигы Елена Абдуллина былай тине:
- Һуңғы бер нисә йыл эсендә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡа-рата йәмғиәттең генә түгел, уларҙың үҙҙәренең дә ҡарашы үҙгәрҙе. Мәҫәлән, «карьера яһау» тигән төшөнсә улар өсөн «үҙеңдең шөғөлөңдө табыу», «ғаилә ҡороу» тигән төшөнсә «бәхетле шәхси тормош» тигәнде аңлата. Әлбиттә, был маҡсаттарға ирешеү еңел түгел, әммә тормош бит берәү генә. Иң мөһиме - маҡсатыңды белеү һәм уға табан барыу.
Читайте нас: