газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
21 Август 2020, 11:39

Салауатта яңы кафелар селтәре барлыҡҡа килеүе мөмкин

Ҡала хакимиәтендә сираттағы тапҡыр эшҡыуарлыҡ сәғәте уҙҙы. Уны хакимиәт башлығы Игорь Миронов алып барҙы. Ултырышта профиль структур бүлексәләр һәм бизнес вәкилдәре ҡатнашты.

Эшҡыуарлыҡ сәғәте - ул власть менән бизнестың хеҙмәттәшлек итеү форматы, уның сиктәрендә аҙна һайын осрашыуҙар ойошторола һәм мөмкин булған инвестициялар, инвесторҙарға проекттарын тормошҡа ашырыуҙа тейешле ярҙам күрһәтеү, дөйөм алғанда, ҡала эшҡыуарлығы үҫешенә булышлыҡ итеү һорауҙары ҡарала.
Был юлы ҡала хакимиәтен-дәге осрашыуҙа Салауат ҡалаһында «Папа Гриль» тип аталған тиҙ туҡланыу кафелары проекты, «Стрит фуд» форма-тындағы йәмәғәт туҡланыуы нөктәләрен булдырыу мөмкин-леге ҡаралды. Проект менән «Папа Гриль» компанияһының генераль директоры Дмитрий Вилданов таныштырҙы.
«Папа Гриль» - ул Баш-ҡортостан компанияһы, ойоштороусылары Өфөнән. Ойошма 2011 йылдан алып үҙ эшмәкәрлеген алып бара. Әлеге ваҡытта компанияның 100-гә яҡын сауҙа объекты бар.
- Беҙҙең үҙебеҙҙең етеш-тереү цехы булдырылған, унда ярымфабрикаттар әҙерләнә. Төп продукция - шаурма, хотдог, сендгвич, бургер кеүек фастфудтар. Беҙҙең компа-нияның девизы - «Тиҙ, тәмле, сифатлы». Мәҫәлән, стандарт буйынса, бер шаурманы төрөү 2 минут 8 секунд эсендә башҡарылырға тейеш. Беҙҙә эшләй торған хеҙмәткәр ошо стандартты тапшырырға бурыслы. Һәр аҙыҡты тәмле итеп әҙерләү ҙә төп талап. Сифатҡа килгәндә инде, ул ризыҡтың үҙенә лә ҡағыла, шулай уҡ сауҙа объекттарының торошона ла ҙур иғтибар бүленә. Беҙҙең үҙебеҙҙең сифат хеҙмәте бар һәм ул һәр ваҡыт аҙыҡтарҙы әҙерләү процесын, таҙалыҡты һаҡлауҙы, әҙер продукцияның сифатын тикшереп тора. Ризыҡтарҙы урында һыуытылған иттән, полуфабрикатарҙан әҙер-ләйбеҙ. Көнөнә беҙ үҙебеҙҙең производствола тауыҡ итен генә 2 тонна эшкәртәбеҙ. Ҡунаҡтар беҙҙең сауҙа нөктә-ләрендә көнөнә уртаса 13 тонна кофе эсә. Уртаса беҙ 40 мең кешене хеҙмәтләнде-рәбеҙ, - тип һөйләй Дмитрий Малетгренович.
«Папа Гриль» кафелары тәүлек әйләнәһенә эшләй. Был компанияның хеҙмәтләндереү нөктәләре күбеһенсә Өфөлә, шулай уҡ көнбайыш үҙәге Октябрьский, Туймазы ҡа-лаларында. Былтырҙан алып был ойошма вәкилдәре респуб-ликаның төрлө ҡалалары һәм райондарының эшҡыуарлыҡ, инвестицион сәғәттәрендә үҙҙәренең проекттары менән ҡатнаша башлаған, шулай итеп, Благовещенда, Шишмәлә, Иглинда, Бәләбәйҙә кафе-лары асылған. Салауат ҡалаһын беҙ үҙебеҙҙең кафе-лар селтәренең көньяҡтағы үҙәге итеп күрәбеҙ, ти генераль директор. Компания киләсәктә Ишембай, Стәр-летамаҡ, Мәләүез, Күмертау ҡалаларында ла «Папа Гриль» кафеларын булдырыуҙы күҙаллай һәм был күрше ҡалаларҙы сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өсөн үҙәк беҙҙең ҡалала урынлашасаҡ. Кафеларҙы тәьмин итеү өсөн ҡайһы бер ризыҡтарҙы әҙерләү буйынса ҙур булмаған производство ла эшләтелеүе мөмкин.
Дмитрий Вилданов һәр ҡаланың концепцияһына тап килтереп эшләнгән объекттарының форматтары, инвестициялау шарттары менән таныштырҙы, әгәр ҡала хакимиәте был проектты хуплаһа, улар үҙ яғынан уны тиҙ арала тормошҡа ашырасаҡ, тип вәғәҙәләне. «Папа Гриль» компанияһы беҙҙең ҡалала иң кәмендә 3 объект асырға планлаштыра. Бынан тыш, байрамдарҙа халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн трак, тәгәрмәсле кафены урынлаштырыу күҙаллана. Дөйөм алғанда, инвестиция күләме 25 млн һум тирәһе. Генераль директор һүҙҙәренсә, һәр сауҙа нөктәһендә - 8, өс кафела тимәк 24 кешегә эш урыны булдырыу, шулай уҡ цехҡа ике ашнаҡсы, ике йыйыштырыусы, өс кладовщик алыу ҡаралған.
Эшҡыуарлыҡ сәғәте ултырышында ҡатнашыусылар проектты тормошҡа ашырыу пландары буйынса фекер алышты. Дмитрий Вилданов Салауат ҡалаһында һәм Ишембай районындағы Роспотребнадзор бүлеге етәксеһе Рәзилә Баһаутдино-ваның, архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге начальнигы Ринат Абдрахмановтың һорау-ҙарына яуап бирҙе.
- Ысынлап та беҙҙең ҡалала сифатлы хеҙмәтләндереү күрһәтеүсе объекттар етеш-мәй. Һеҙ алдан уҡ билдәләгән сифат кимәлен артабан эш алып барған осорҙа ла һаҡлап ҡалырһығыҙ, тип теләге килә. Беҙ Салауат ҡалаһы-на үҙегеҙҙең инвестиция проектығыҙ менән килеүегеҙгә шат, - тине хакимиәт башлығы Игорь Миронов һәм профиль хеҙмәттәргә уны тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итергә ҡушты.
Читайте нас: