Уҙған йома «Башҡортостан көньяғы» бизнес-үҙәгендә иң әүҙем, иң шәп гүзәл заттарҙы берләштереүсе йәмәғәт ойошмаһында ҡатна-шыусыларҙның тәүге осрашыуы уҙҙы. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ проектын булдырыу һәм үҫтереү өсөн көс һала, проблемаларҙы һәм ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәнә. Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарҙың ассоциацияһы уларға яңы үҫеш кимәленә сығырға мөмкинлек бирә.
Ойошманы булдырыу инициаторы - төбәктә эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең йәмәғәт ярҙамсыһы Клара Сабирйәнова.
- Дөрөҫ, ҡалала ир-аттарға һәм ҡатын-ҡыҙҙарға ла ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тикшереүсе бер нисә эшҡыуарҙар берләшмәһе бар. Әммә был дөрөҫ түгел кеүек. Беҙҙең ассоциация ҡатын-ҡыҙҙар осраған проблемаларҙы һөҙөмтәлерәк хәл итергә мөмкинлек бирә. Ойошманың лайыҡлы киләсәге булыр, тип уйлайым, - тине Клара Зәки ҡыҙы.
Осрашыуҙа ҡала хакимиәтендә аҙна һайын уҙғарылыусы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте нә айырыуса баҫым яһалды. Күптәр унда үҙ проблемаларын асыҡтан-асыҡ һөйләй, белгестәрҙән консультациялар ала. Ҡала хакимиәтенең иҡтисад, сәнәғәт, инвестициялар, эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа идаралығы начальнигы Елена Абдуллина «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә барыһын да әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Күптәр үҙ проблемаларын шунда күтәреп тә өлгөргән инде.
Әйтәйек, эшҡыуар Албина Рябинаны магазиндарҙың фасадтарындағы алтаҡталарҙың иҫке торошта булыуы борсой.
-Мин реклама бизнесы хужаһымын. Тышҡы реклама өсөн матур, заманса өлгөләр булдырғым килә. Әммә эшҡыуарҙар үҙҙәренең алтаҡталарын эшләгәндә ҡала хужалығы бүлегендә ҙур ауырлыҡтар менән осраша. Эш шунда, Салауатта тышҡы реклама сараларының берҙәм концепцияһы юҡ. Ә эре ҡалаларҙа улар күптән бар. Ә ҡағиҙәләр булмағас, уларҙы кем нисек теләй, шулай эшләй. Шуға беҙҙең ҡала өсөн дә концепция булдырғым килә, - ти Альбина.
Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов ҡала хужалығы идаралығына һәм архитектура бүлегенә «PIAR» реклама-производство фирмаһы менән берлектә был концепцияны эшләргә ҡушты.