- Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһен асыу - ул бизнес өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙағы яңы этаптың үҙенсәлекле символы һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе, бурыстарҙы, закондарға үҙгәрештәр индереү тәҡдимдәрен берҙәм хәл итеү өсөн яңы майҙансыҡ, - тип билдәләне Рафаил Вәғит улы. Уның һүҙҙәренсә, баш ҡаланан тыш, был - республикала асылған тәүге йәмәғәт ҡабул итеү урыны. Ҡала хакимиәте башлығы Динар Ғәли улы был бүлмәлә эш ҡайнап торор, ҡала йүнселдәре үҙҙәрен борсоған һорауҙарға һәр саҡ яуап алыр, кәңәшле һәм яҡлаулы булыр, тигән ышаныс белдерҙе. Әйткәндәй, йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһен асыуға ҡаланың бизнес-омбудсмены Клара Сабирйәнова, ҡала хакимиәте һәм Салауат эшҡыуарҙары йәмәғәтселеге ҙур тырышлыҡ һала.
Һуңынан абруйлы ҡунаҡтар Салауат эшҡыуарҙары менән аралашты. Динар Хәлилов ҡала власының Салауатта эшҡыуарлыҡтың үҫешендә ҡыҙыҡ-һынған булыуын белдерҙе.
- Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров менән осрашҡанда, ул минең алға Салауатта эшҡыуарлыҡты үҫтереү бурысын ҡуйҙы. Эре предприятиеларға ғына иҫәп тотмай, урта һәм кесе бизнесты йәйелдереү, улар иҫәбенә ҡала ҡаҙнаһы килемен арттырыу, кешеләргә эш урындарын булдырыу кәрәк, тине ул. Мин дә Салауатта бизнес кимәле яңы кимәлгә сығырға тейеш, тип иҫәпләйем. Уның үҫеше өсөн шарттар булдырыу мөһим. Юғиһә салауаттарҙың әйбер һатып алырға Стәрлетамаҡҡа, хатта Өфөгә йөрөүен ишетеү хайран ҡалдыра. Беҙ йүнселдәргә шарттар тыуҙырып салауаттар бар хеҙмәттәрҙән дә үҙебеҙҙең ҡалала файҙалана алыу мөмкинлеген булдырырға бурыслы, - тине Динар Ғәли улы.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров эшҡыуарлыҡ эшмәкәр-легенә бәйле ҡабул ителгән яңы закондар һәм ҡанундарға индерелгән үҙгәрештәр, төҙәтмәләр хаҡында һөйлә-не. Бигерәк надзор органдарының тикшереүҙәрен сикләүсе ҡанун йүнселдәргә эштәрен иркен һәм тотороҡһоҙ алып барырға булышлыҡ итер, тине ул. Республика бизнес-омбудсмены Рафаил Ғибә-ҙуллин республикала эш-ҡыуарҙары хоҡуғы буйынса вәкил институтының хеҙмәте менән таныштырҙы. Вәкилдең төп бурысы - законға ярашлы, власть структуралары, бизнес берләшмәһе менән үҙ-ара эш итеү алымдарын яйға һалыу, эшҡыуар-ҙарҙың хоҡуғын һәм мәнфәғәтен яҡлау-ҙың һөҙөмтәле сараларын билдәләү, бәхәскә юл ҡуймау, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн ыңғай шарттар булдырыу, уны популярлаштырыу, ошо өлкәләге ҡануниәтте камиллаштырыу өсөн тәҡдимдәр индереү. Вәкилдең рәсми сайты бар, киң мәғлүмәт саралары, телевидение менән әүҙем эшләйҙәр, уларҙа вәкилдең эшмәкәрлеге тураһын-дағы мәғлүмәттәр, власть органдарының фекерҙәре, аңлатмалар донъя күрә.
Ултырыш һуңында ҡала хакимиәте, БР-ҙа эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил һәм “БР эшҡыуарҙары-ның профессиональ берекмәһе”нең Салауат союзы араһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ ҡабул итеү бүлмәһе эшенең ойоштороу һорауҙарын көйләй һәм ҡаланың иҡтисади, социаль үҫеште нығытыуҙағы хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тота.
Осрашыуҙан һуң Рафаил Ғибәҙуллин урындағы эшҡыуарҙарҙы ҡабул итте. Уға ике кеше стационар булмаған сауҙа объектын урынлаштырыу буйынса килешеү тәртибенә дәғүәләр менән мөрәжәғәт итте. Улар әйтеүенсә, килешеү срогы үткән һәм уны оҙайта алмайҙар. Бер эшҡыуар төҙөлөшкә рөхсәт алыуҙағы проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам һораны. Тағы ла бер йүнселдең комму-наль түләүҙәр буйынса һорауҙары булды. Бөтә мөрәжәғәт итеүселәргә ентекле кәңәштәр бирелде һәм барлыҡ һорауҙар вәкилдең шәхсән контроленә алынды.