Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
31 Май 2019, 10:39

Ярҙам барҙа үҙ бизнесыңды булдыр

«Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә Рәсәй эшҡыуарҙары көнөнә арналған ҙур сара үтте. Унда ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров һәм эшҡыуарҙар ойошмаһы ағзалары ҡатнашты.

Мәҙәниәт һарайы фойеһында шәхси йүнселдәрҙең күргәҙмәләре урын алды. Ҡунаҡтар уларҙың һәр береһе янында туҡталып, нимәләр менән шөғөлләнеүе хаҡында ентекле һорашты. Артабан төрлө наградаларға лайыҡ булған эшҡыуарҙар сәхнә түренә саҡырылды.

- Бөгөн төбәк иҡтисадын үҫтереүҙә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәрҙең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Уңғандар тиҫтәләгән, йөҙләгән кешеләрҙе эшле итә, үҙе йәшәгән төбәктәге тормошто йәнләндереүҙә, ауыл-ҡасабаларҙы төҙөкләндереүҙә лә уларҙың ярҙамы ҙур. 2018 йыл йомғаҡтары буйынса, республикала 500 меңгә яҡын кеше ошо тармаҡта мәшғүл. Был юҫыҡта Башҡортостан Волга буйы федераль округында - дүртенсе, Рәсәй төбәктәре араһында 12-се урынды биләй. Ҡала бюджетының 12 процентын Салауат эшҡыуарҙары тулыландыра. Әйтергә кәрәк, Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән 2024 йылға тиклем дәүләт үҫешенең милли маҡсаттары һәм стратегик мәсьәләләре билдәләнде. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысын хуплау” проектын тормошҡа ашы-рыу өсөн эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтелә, - тине үҙенең сығышында Зариф Байғусҡаров.

Дәүләт Думаһы депутаты Башҡор-тостанда эшҡыуарҙар һәм инвесторҙар өсөн мәғлүмәт порталы эшләй башланыуы һәм уның уңай-лыҡтары хаҡында һөйләне. Унда республиканың иҡтисади ҡеүәте, инвесторҙар өсөн ҡаралған ташламалар, эшҡы-уарҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса програм-малар, субсидиялар, кредит проценттары менән танышыр-ға, хатта теге йәки был эште башлар алдынан ғариза бирер-гә, онлайн-консультациялар алырға була. Буш торған бина, йә ер участкаһы хаҡында мәғлүмәттәр ҙә урын алған.

Портал айырыуса йәш эшҡыуарҙар өсөн уңайлы. Улар сайт ярҙамында кәрәкле документтарҙы юллай, һалым хеҙмәтендә теркәлә ала. Йәғни был мәғлүмәт порталы әлегә тиклем эшләп килгән барлыҡ программаларҙы бер урынға йыйған. Эшҡыуарҙар шәхси кабинетын булдырып, унда үҙ эшмәкәрлеге тураһында бар мәғлүмәттәрҙе күрһәтә аласаҡ. Был төрлө программаларҙа ҡатнашҡанда, йә кредит юллағанда эште күпкә еңеләйтә.

Зариф Закир улы шәхси эшҡыуар Евгений Потешкинды һәм «Матурлыҡ империяһы» йәмғиәтенең етәксеһе Екате-рина Савицкаяны Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

Динар Хәлилов та бер төркөм эшҡыуарҙарҙы тәб-рикләп Маҡтау грамоталары тапшырҙы.

- Бөгөн бер генә ҡаланы ла эшҡыуарҙарһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Күргәҙмәлә ҡыҙыҡлы проекттар менән таныштым. Салауатта балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү буйынса йүнселдәрҙең эше ҙур баһаға лайыҡ. Ҡала власы бизнесты асыу, үҫтереү өсөн ярҙам итергә әҙер. Йүнселлек эшен башлауға дәүләт ярҙамы ла ҡаралған. Һәр кесе йома ҡала хакимиәтендә «Эшҡыуарҙар сәғәте» үтә. Беҙгә килеп үҙегеҙҙең пландарығыҙ менән бүлешә алаһығыҙ, - тине ҡала башлығы.

Сара үҙешмәкәр коллек-тивтарҙың концерт номерҙары менән аралаш барҙы.


Читайте нас: