Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, Хөкүмәт Аппараты етәксе-һе, проект эшмәкәрлеге үҫеше өсөн яуаплы Илшат Тажетдинов:
– Быйыл бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү өсөн 785 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк, уның 72,3 миллион һумы - экспортҡа булышлыҡ итеүгә.
Шулай уҡ, быйылғы пландарға ярашлы, “Минең бизнесым” үҙәктәрен асыу күҙаллана. Унда йүнселлекте үҫтереүҙең һәм уға ярҙам итеүҙең барлыҡ институттары тупланасаҡ. Тәүге технопорттар эшләй башлаясаҡ: ваҡ партиялап етештереүҙең бәләкәй майҙансыҡтары. Өфөлә “Эшҡыуар йорто”н булдырыу мәсьәләһе ҡарала. Ул үҙ эсенә йәштәрҙең инновациялы ижады, инжиниринг, коллектив ҡулланыу һәм социаль эшҡыуарлыҡ үҙәктәрен аласаҡ тигән ниәт бар. Һөҙөмтәлә йыл аҙағына бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ тармағында мәшғүлдәрҙең һаны 415 меңгә етергә тейеш.
Әлбиттә, төрлө субсидиялауҙарҙың, гранттар биреүҙең һәм дәүләт ярҙамының башҡа төрҙәрен күрһәтеүҙең һөҙөмтәлелеге – икенсе мәсьәлә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың туранан-тура тәьҫире төбәк проекттарының һөҙөмтәһендә һәр ваҡыт сағылмай. Һис шикһеҙ, был саралар милли маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға һәм милли, федераль проект күрһәткестәрен күтәреүгә булышлыҡ итәсәк.