газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
1 Февраль 2019, 11:02

Сәскә - һөйөү һәм хөрмәт билдәһе

Ысынлап та, гөлләмә бүләк итһәләр, күңелдәребеҙ күтәрелеп, күҙҙәребеҙ шатлыҡтан янып китә түгелме? Беҙҙең өсөн ошондай ҡыуаныслы мәлдәрҙе тыуҙырыусы «Венеранан сәскәләр» салонын етәкләүсе Венера Ишморатова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Венера Фәнис ҡыҙы, ни өсөн тап сәскәләр бизнесын һайланығыҙ?

- Үҙем сәскәләр яратам! Ишембай нефть техникумын тамамлаһам да, һөнәрем буйынса бер көн дә эшләмәнем. Салауат ҡалаһына килгәндә, «Аҡ лилиә» сәскәләр киоскы күҙемә салынды. «Эх, ошо салонда эшләһәм ине!» - тигән уй килде. Түҙмәнем, кереп һораштым һәм мине эшкә алдылар. Бында күп нәмәгә өйрәндем.

- Хәҙер һеҙҙең бик матур сәскә магазиндары бар. Барыһы ла нисек башланып китте?

- 2013 йылда тормош иптәшемдең башланғысы менән беренсе магазиныбыҙҙы асырға булдыҡ. Ул минең тәжрибәмә таянды. Мин күбеһенсә флористика буйынса, ә ул финанс яҡтан яуаплы. Иптәшем быға тиклем ике эштә эшләне. Ул былтыр ғына үҙенең төп эшенән китергә мәжбүр булды. Әле тулыһынса үҙебеҙҙең шәхси эшҡыуарлыҡ менән генә шөғөлләнәбеҙ.

- Ҡорамалдар өсөн сығымдар ҙа кәрәк. Ҡыйынлыҡтар ҙа булғандыр?

- Сәскәләр 5-9 градус йылыла һаҡланырға тейеш. Шуның өсөн һыуытҡыс ҡорамалын алдыҡ. Эштең еңеле булмай, тиҙәр бит. Икенсе киоскты асҡанда кредит юлланыҡ. Хәҙер кәрәкле әйберҙе алыр өсөн аҡса һалып барырға мөмкинлегебеҙ бар.

- Хеҙмәткәрҙәрҙе нисек эшкә алаһығыҙ?

- Әлеге көндә беҙҙә 10 хеҙмәткәр эшләй. Иң беренсе, стажировка үткәрәбеҙ. Улар өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырырға тырышабыҙ. Эш хаҡы ваҡытында түләнә, ауырыһалар «больничный»ға, кәрәк саҡта отпускаға китә алалар.

- Сәскәләрҙе ҡайҙан алаһығыҙ? Яуаплы компанияларҙы табыуы ҡыйынмы?

- Әлбиттә, еңел түгел. Элек күмәртәләп сауҙа итеүсе компания менән эшләнек. Ә хәҙер плантация менән тура эшләгән Мәскәү биржаһы менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Сәскәләрҙең сифаты ла һаҡлана. Ҡайһы бер төр сәскәләрҙе Голландиянан, Эквадорҙан һәм башҡа илдәрҙән алабыҙ.

- Ҡайһы бер сәскәләр ике-өс көн эсендә һулый, ҡойола. Уларҙы оҙағыраҡ һаҡлау серҙәре бармы?

- Сәскәләрҙе тәрбиәләй белеү ҙә кәрәк. Һәр клиентыбыҙға сәскәләрҙе тәрбиәләү буйынса кәңәштәребеҙҙе һәм «Кризал» иретмәһе бирәбеҙ. Гөлләмәләр оҙаҡ һаҡланһын өсөн ваза таҙа булырға тейеш. Сәскә һабағын 5-10 сантиметрға ҡыҫҡартырға, артыҡ япраҡтарын алырға кәрәк. Ҡояш нурҙарынан, үтә елдән һәм емеш-еләктән ситкәрәк ҡуйығыҙ.

- Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән осорҙа ниндәй маҡсаттарға ирештегеҙ?

- Үҙ-үҙеңә ышаныс барлыҡҡа килде, флористиканың бөтә нескәлектәренә төшөндөм. Әлеге көндә дүрт магазиныбыҙ бар. Уларҙа автоматлаштырыу системаһын булдырҙыҡ. Был система флорист-дизайнер өсөн бик уңайлы. Һатыуҙа сәскәләрҙән тыш, бүлмә гөлдәрен дә тәҡдим итәбеҙ. Шулай уҡ интернет-магазиныбыҙ ҙа уңышлы эшләй. Салауат ҡалаһынан тыш, эргә-тирәләге ҡала-ауылдарға заказ буйынса гөлләмәләр алып барабыҙ.

- Сер булмаһа, пландарығыҙ һәм теләктәрегеҙ менән бүлешһәгеҙ ине.

- Һәр кеше үҙенә маҡсат һәм пландар ҡуйып йәшәй. Киләсәктә ландшафт дизайны менән шөғөлләнергә уйым бар. Шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре һәм хәйриәлек үткәрергә хыялланам.

Сәскәләрһеҙ бер байрамды ла күҙ алдына килтереп булмай. Уларҙың күптәре символик мәғәнәгә эйә. Сәскә яратҡандарҙың күңелендә яуызлыҡ булмай, тиҙәр бит. Бер-беребеҙгә иғтибарлы, изгелекле булайыҡ.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.


Читайте нас: