Рәмил Зөфәр улы Куйбышев ҡалаһында тыуып үҫһә лә, уның тамырҙары Башҡортостандан. Ул Төньяҡ флотта хәрби бурысын лайыҡлы үтәй. Һуңынан Салауат ҡалаһының ВНЗМ йәмғиәтенә иретеп йәбештереүсе булып эшкә урынлаша. 2003 йылда белемен камиллаштырыу маҡсатымда, Һарытау монтажлау техникумын тамамлай. Йәш белгес ВНЗМ йәмғиәтендә ун алты йыл эшләгән осоронда, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн, бихисап Почет грамоталары менән бүләкләнә. Ул иретеп йәбештереүселәрҙең Рәсәй, Башҡортостан кимәлендәге конкурстарында бер нисә тапҡыр призлы урындар яулай.
Ҡулға оҫта, тик ултырырға яратмаған егет төп эшенән тыш, гаражында мунса мейестәре яһай башлай. Яйлап заказдар ҙа ҡабул итә. Ниһайәт, батырсылығын туплап, 2013 йылда үҙ эшен асырға ҡарар итә. Тәүәккәллек - ярты бәхет, тиҙәр бит. Рәмил дә үҙ яҙмышын һәм бәхетен үҙе ҡора.
«Иң беренсе эшләгән мунса мейесен әле лә хәтерләйем. Муса ҡасабаһынан бер ғаилә шатланып, рәхмәттәр уҡып алып ҡайтып киттеләр», - тип иҫкә ала үҙенең тәүге эшен. Артабан эш ҡыҙа, заказдар ҙа күбәйә башлай. Рәмил һыу һауыттары, мангалдар, мейестәр ижад итә. Бөгөн уның үҙ оҫтаханаһы бар. Ул уңайлы һәм матур итеп йыһазландырылған. «Оҫтаханам - минең өсөн барыһы ла», - ти ул.
Рәмилгә ял итеү форсаты бик һирәк эләгә, әммә ул буш ваҡытын файҙалы итеп үткәрә белә. Рок музыкаһы концерттарына йөрөй, китап уҡырға ярата. Ул ғаиләһенә оло терәк тә, таяныс та.
«Үҙ эшен башларға теләүселәргә ниндәй кәңәштәр бирер инең?» - тигән һорауҙы бер нисек тә бирмәй булдыра алманым. «Иң беренсе ихтыяр көсө, маҡсатың булырға тейеш. Һәм, әлбиттә, ялҡауланһаң, эшең алға бармаясаҡ. Бар көсөң менән тырышырға кәрәк», - ти оҫта.
Бөгөн Рәмил Ғәлиуллин - үҙенең үҫеш юлын тапҡан, аяҡта ныҡлы баҫып торған эшҡыуар. Ул киләсәктә үҙ эшен тағы ла киңәйтеү, үҫтереү маҡсаты менән янып йәшәй.
Ысынлап та, һәр бер эштең дә асылына төшөнөү өсөн егәрлелек, сабырлыҡ кеүек сифаттарҙы үҙ итергә кәрәк. Үҙенең тырышлығы, ябайлығы менән үрнәк булған, заманға ла яраҡлашырға тырышҡан Рәмил Ғәлиуллинға һоҡланмау мөмкин түгел.