газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
21 Декабрь 2018, 10:33

Йүнсел кеше юғалмаҫ

Эшһеҙлеккә зарланабыҙ... Оҙон аҡса артынан йә Себер тарафтарына, йә булмаһа Өфө, Мәскәү кеүек ҙур ҡалаларға ынтылабыҙ. Йәшәй белгән үҙенең тыуған ерендә лә ғаилә ҡороп эшләй, тормош көтә. Ҡалала тормошон эшҡыуарлыҡ менән бәйләгән, ауырлыҡтарға ҡарамай үҫеш алған йүнселдәр күп. Шуларҙың береһе Винер Нәбиуллин менән уның ниндәй эштәр башҡарыуы хаҡында һөйләштек.

Салауат эшҡыуары коллективы менән төбәгебеҙҙең көньяҡтағы ҡалаларына аҙыҡ-түлек продукттарын ташыу менән шөғөлләнә. Винер Сәйфулла улы 1993 йылда үҙ көсө менән тәүге эшен асып ебәрә. Башта тауарҙарҙы Мәскәүҙән алып ҡайта. Илдәге киҫкен сәйәси хәлдәр эшҡыуарҙы ла урап үтмәй. Шулай ҙа йүнсел юғалып ҡалмай, бер осор урындағы заводтар менән хеҙмәттәшлек итә.

Бөгөн уның шәхси ойошмаһының продукция ассортименты киң: ҡош ите, балыҡ, колбаса изделиелары, суши өсөн продукттар, деликатестар һәм башҡалар. Уларҙы магазиндарға, ресторандарға, кафеларға алып баралар.

Хәйриәлек менән дә даими шөғөлләнә уңышлы эшҡыуар. Ай һайын Петровское балалар йортона аҡса күсерә. Винер Нәбиуллин эшҡыуарҙар өсөн үткәрелгән күп конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ булған.

- Коллективта 20 кеше эшләй. Татыу, эшһөйәр хеҙмәткәрҙәр беҙҙә. Күмәкләгән яу ҡайтарған, ти халыҡ мәҡәле. Күмәк көс менән башҡарылған эштең һөҙөмтәһе лә яҡшы. Бухгалтер Ләйсән Кәримованы, күпләп һатып алыу буйынса офис-менеджер Ольга Михайлованы, водитель-экспедитор Олег Фоминды айырым телгә алмай булмай. Киләсәктә продукция күләмен тағы ла арттырырға ине иҫәп. Иң мөһиме - баҙар иҡтисадында тотороҡлолоҡ һаҡланһын. Шул саҡ хеҙмәткәрҙәргә лә эш булыр, - ти етәксе.


Читайте нас: