газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
15 Октябрь 2018, 13:21

Күҙем ҡурҡты, ҡулым эшләне

Үҙ эшен асыусыларҙы ҡайһы саҡ ысын батырҙарға тиңләп ҡуям. Өмөттәрең әллә аҡланасаҡ, әллә юҡ әле. Яҡты хыялдарың бер көн селпәрәмә килеп, ярыҡ ялғаш янында ултырып ҡалыуың да ихтимал. Әммә күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тигәндәй, ситтәргә бил бөгөүҙе хушһынмаған йүнселдәр маҡсаттарына табан ҡыйыу бара. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ шундайҙарҙың береһе, «Абсолют» күсемһеҙ милек агентлығы етәксеһе Раушания Дәүләтова менән.

- Раушания Әхәт ҡыҙы, нисек үҙ эшегеҙҙе асырға йөрьәт иттегеҙ? Быға нимәлер сәбәпсе булдымы?

- Бөтөнләй икенсе өлкәлә эшләй инем. Эш хаҡы тотороҡло, әммә аҙ. Ғаиләлә ике бала үҫә, уларға аҡса бигерәк күп кәрәк, фатир ипотекаға алынған. Ошо шарттар мине үҙ эшемде асырға этәрҙе лә инде.

- Ҡасан эшҡыуар булып киттегеҙ?

- Тәбиғәтем менән ҡарарҙарҙы бик оҙаҡ ҡабул итә торған кешемен. Уйламай, ҡапыл ғына нимәнелер үҙгәртеү миңә хас түгел. Өҫтәмә килем булһын тип, төп эшем менән бер рәттән биш йыл риэлтор булып йөрөнөм. Ниһайәт, 2016 йылда бер бәләкәй генә бинаны ҡуртымға алып, яңғыҙым ғына эшләп ҡарарға булдым. Ремонт яһалмаған иҫке ойошмаға кемдең килгеһе килеп торһон инде? Күптәр ишекте асып ҡына ҡарай ҙа, кире боролоп сығып китер ине. Клиенттарҙы ылыҡтырырлыҡ яҡты, матур бинаны ҡуртымға алырға кәрәклеген аңланым. Шулай иттем дә. Яйлап коллектив тупланым. Кешеләр теләп килә башланы. Тиҙҙән был бәләкәс бинаны ҙурыраҡҡа алыштырыу зарурлығы килеп тыуҙы. Ошо йылдың йәйенән иркен, зауыҡлы урында клиенттарҙы ҡабул итәбеҙ.

- Эштең нескәлектәренә кемдәрҙән өйрәндегеҙ?

- Һәр кемдең эш тәжрибәһен арыу туплаған остазы булырға тейеш. Миңә лә эскерһеҙ ярҙам итеүселәр табылды. Көслө бизнес-тренерҙарҙың береһе - Ҡаҙандан Наталья Кивокурцева. Тап ул был өлкәләге бөтә серҙәрҙе асты, нисек уңышлы эшҡыуар булып китергә өйрәтте.

- Ойошманың атамаһын нисек һайланығыҙ?

- Белеүебеҙсә, һеҙ халыҡҡа фатир алышырға ярҙам итешәһегеҙ.

- Эйе, торлаҡ һатыу, һатып алыуға ҡағылышлы бөтә хеҙмәттәр ҙә күрһәтәбеҙ. Эште башынан алып аҙағына тиклем алып барып еткерәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең бурыс - һәр клиентҡа айырым ҡараш, яҡты йөҙлө булыу.

- Коллективта нисә кеше эшләй? Уларҙы нисек һайлап алаһығыҙ, ниндәй си-фаттарына өҫтөнлөк бирәһегеҙ?

- Иң мөһиме, эскер-һеҙлек, асыҡлыҡ. Берҙе һөйләп икенсене эшлә-гәндәрҙе йәнем һөймәй. Алдаҡсыларҙы яратмайым. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә. Ундайҙар менән артабан нисек эште дауам итәһең? Үҙем уҡырға яратҡан кеше булараҡ, хеҙмәткәрҙәремә бөтә яңы белемдәремде еткерәм, һөйләшәбеҙ, фекер алышабыҙ. Риэлтор булыу асҡыс алып, фатир күрһәтеп йөрөү генә түгел. Ул күсемһеҙ милек менән бәйле бөтә операцияларҙы башҡарырға һәләтле булырға тейеш. Ҡанундар ҙа көн һайын тиерлек үҙгәреп тора. Ҡыҫҡаһы, белемеңде даими камиллаштырмаһаң, замандан артта ҡалыуың да бар. Әле коллективта ете кешебеҙ.

- Кемдәр менән хеҙмәттәшлек итергә тура килә?

- Әлбиттә, тәү сиратта, банктар менән. Күптәр фатирҙы ҡулаҡсаға түгел, ә ипотекаға ала.

- Агентлығығыҙ башҡаларҙан нимәһе менән айырыла?

- Беҙ ҡалала «Авито»ла үҙ «магазины» булған берҙән-бер ойошма. Ул нимәне аңлата? Әгәр «Магазин» тигән төймәгә баҫһаң, объекттарыбыҙҙың бөтә базаһы күренә, фотоһы, ентекле мәғлүмәт бирелгән. Тимәк, дөйөм иғландар араһынан ҡайһыһы кемдеке икән, тип эҙләп ултырырға түгел. Тәүгеләрҙән булып Һаҡлыҡ банкының яңы «Конструктор» сервисын файҙаланып, килешеү төҙөнөк. Бының өсөн банкка бер барыу ҙа етте. Төп шарт - электрон теркәлеү һәм ҡулаҡса менән иҫәпләшеү. Клиенттар бик ҡәнәғәт ҡалды.

- Әлеге көндә ҡалала торлаҡҡа хаҡтар күпме?

- Әгәр ҙур ҡалаларҙа фатирға хаҡтар һиҙелерлек күтәрелһә, беҙҙә ул тотороҡло ҡала. Квадрат метры уртаса 29 - 31 мең һум. Халыҡтың түләү һәләте түбән булғанда, хаҡ арттырыуҙан ни фәтүә?

- Фатирҙарҙың ниндәйҙәре уңышлы һатыла: беренсел торлаҡмы, әллә икенселме?

- Салауатта күптәр икенсел торлаҡҡа өҫтөнлөк бирә. Беренсел торлаҡ менән беҙ бик шөғөлләнмәйбеҙ.

- Хәҙерге заманда «ҡара риэлтор» тигән төшөнсәгә йыш юлы-ғабыҙ. Фатир алырға теләүселәр улар ҡапҡанына эләкмәҫ өсөн ни эшләргә тейеш?

- Ышаныслы агентлыҡҡа мөрәжәғәт итергә. Ойошманың лицензияһы, сертификаттары бармы-юҡмы икәнлеген тикшерергә. Килешеүҙе ентекләп, иғтибар менән уҡырға кәрәк.

- Ҙур яуаплылыҡ алып үҙ эшен асҡан, ярайһы ғына уңыштарға ирешеп өлгөргән эшҡыуарҙың ял итергә ваҡыты ҡаламы икән?

- Ял иткәнем юҡ. Шәмбе, йәкшәмбе көндәрен эшләмәй торған көн, тип иғлан итергә тырышам, әммә был һирәк килеп сыға. Эшеңдең һөҙөмтәһен күргең килһә, бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ ярһып йәшәйһең инде.

- Башкөллө эшкә сумған гүзәл затты ғаиләһендә аңлайҙармы?

- Ғаиләм - кәңәшсем дә, таянысым да. Тап улар миңә көс бирә, яңынан-яңы уңыштарға әйҙәй.

- Сер булмаһа, киләсәккә ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ?

- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, риэлтор тигән һөнәр юҡ. Уға уҡытмайҙар ҙа. Шул арҡала килешеүҙәр төҙөгәндә күп хаталар ебәрелә, аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуа. Шуларҙы булдырмаҫ өсөн берәй мәктәп асҡым килә. Уҡытып, сертификаттар тапшырырға хыялланам.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.


Читайте нас: