Земфира Юлай ҡыҙы тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләй. Хәҙер инде улдары Артур юрист, ҡыҙҙары Сабина Г.Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты студенткаһы. Ә улар бәләкәйерәк саҡтарында заманса, сағыу итеп кейендереү теләге Земфира Нәбиуллинала балалар кейемдәре магазинын асыу теләге уята. Был эште үҙ көсө менән атҡарып сыға йүнсел.
- Магазинда тик сифатлы кейемдәр генә һатыла. Башлыса Италияла, Төркиәлә, Рәсәйҙә тегелгән тауарҙар. Шуға ла хаҡтар осһоҙ түгел. Минең төп уңышым - кешеләргә шатлыҡ килтереү. Даими клиенттарымдан махсус заказдар ҡабул итәм. Балаларҙа минән һатып алынған кейемдәрҙе күрһәм, бик ҡәнәғәт ҡалам. Баҙар иҡтисады бер урында тормай. Евро һәм долларҙың үҫеүе арҡаһында эшҡыуарҙарға үҙ эштәрен алып барыуы еңелдән түгел. Алып һатарҙар араһында көнәркәшлек тә бара. Шулай ҙа мин клиенттарымдың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн әлегә эшләргә тырышам, - ти эшҡыуар.
«Винни-пух» магазинының хужаһы Земфира Нәбиуллина һатып алыусыларға уңайлы, һуңғы модалағы тауарҙар тәҡдим итә. Кескәйҙәргә күлдәктәрҙән тыш, салбарҙар һәм башҡа өҫ кейемдәре лә күп.
Эшҡыуарҙар союзы ағзаһы Земфира Юлай ҡыҙы алдына ҡуйған уй-ниәттәрен тормошҡа ашырып, өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмай, яңы маҡсаттар менән сауҙа үрҙәрен яулай.
- Үҙ эштәрен асырға ниәтләгәндәргә теләгем шул: бөтә мөмкинлектәрҙе лә файҙаланығыҙ, үҙегеҙгә ышанығыҙ. Аҡса эшләүҙе генә күҙ уңында тотмағыҙ, ул һеҙҙең яратҡан эшегеҙ ҙә булырға тейеш, - ти Земфира Нәбиуллина.