Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
3 Август 2018, 13:02

Йүнселдәргә юл асыҡ

Өфөлә «Социаль проекттарға ярҙам итеү: икенсе баҫҡыс» программаһы буйынса белемдәрен камиллаштырған йүнселдәр проекттарын яҡланы. Программа Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Социаль өлкә инновациялары үҙәге ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Был уҡыуҙарҙа Салауат йүнселдәре лә ҡатнашты.

Эшҡыуарҙар алған белемдәрен практикала уңышлы ҡулланып бизнес үҫешенең яңы кимәленә күскән. БР-ҙың Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһының башҡарма директоры Ирина Абрамова әйтеүенсә, «Социаль проекттарға ярҙам итеү» программаһы ҡатнашыусылары бизнес-тренерҙар етәкселегендә шөғөлләнеп үҙҙәренең проекттарын нығыныуға ҙур аҙым яһай.

Салауаттан Виктория Исакова «5 квадрат» арт-мөйөшөн тормошҡа ашырған. Ул өлкәндәр һәм балалар өсөн художество күргәҙмәләрен ойоштора, ижади процесҡа хаҡлы ялдағыларҙы һәм бала ҡарау буйынса ялда ятҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы ылыҡтыра. Виктория киләсәктә үҙенең проектын тағы ла ҙурайтырға һәм унда кешеләрҙе күпләп йәлеп итергә хыяллана.

Программала ҡатнашыусылар бушлай шөғөлләнә. Конкурста еңгәндән һуң, улар республиканың билдәле бизнес-тренерҙары һәм эксперттары етәкселегендә үҙҙәренең проекттарын тамамлап ҡуя. Программала ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырыла.


Читайте нас: