Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
1 Июнь 2018, 15:33

Һөйөү менән эшләнгән “тере” сабыйҙар

Тиреһе, сәстәре, ғәжәп күҙҙәре, буйы һәм ауырлығы тап сабыйҙыҡы кеүек. Любовь Решетникова яһаған ҡурсаҡтарҙы ҡулға алһаң, улар берәй һүҙ әйтер, илап йәки көлөп ебәрер төҫлө. Реборн - тере баланы хәтерләткән виниловый ҡурсаҡтар был. Уларҙы яһау процесы реборнинг тип атала.

- Бындай ғәжәйеп «сабый»ҙарҙы нисек эшләй башланығыҙ? - тип ҡыҙыҡһынам ошо мөғжизәләрҙе тыуҙырыусы ханымдан.

- 2014 йылда ейәнсәремдең тыуған көнөнә интернеттан бүләк һайлағанда «Reborn» ҡурсаҡтарына тап булдым. Улар иҫ киткес матур, тере сабыйҙармы ни? Ләкин хаҡтары бик ҡиммәт ине. Һатып ала алманым, әммә «тере» ҡурсаҡтар тураһындағы уй башҡа һеңеп ҡалды. Интернетта Мәскәү ҡурсаҡ яһаусыһы менән таныштым. Уның менән аралашып, был шөғөл өсөн нәмәләр кәрәклеген белдем. Материалдар бик ҡиммәт булыу сәбәпле, яйлап ҡына кәрәклеләрен тупланым. Бер аҙҙан үҙемдең беренсе ҡурсағым әҙер булды. Ул идеаль килеп сыҡмаһа ла, миңә был эш менән шөғөлләнеү бик оҡшаны, - тип һөйләй оҫта.

Любовь Семеновна иң беренсе әҙерләмәне майһыҙландыра, артабан биҙәү эшенә тотона. Биҙәү нейтралләштереүҙән башлана: тәүҙә бер нисә ҡатлам тире яһала, ҡалын һәм иң нәҙек ҡан тамырҙары төшөрөлә. Бынан һуң әҙерләмә аэрогрилдә йылытыла. Тән төҫөнә буяу өсөн яҡынса һигеҙ ҡатлам китә. Буяуҙар бик күп тотонола, сөнки тән бер нисә төҫлө. Артабан йыйырсыҡтар, тәндең ҡыҙарған, асыҡ урындары яһала. Иң аҙаҡтан нығыта торған ҡатлам һалына. Һуңынан сәстәр, ҡаш һәм керпектәре эшләнә. Тән өлөштәре йыйыла, күҙҙәре ҡуйыла - һәм ҡурсаҡ әҙер! Ә «сабыйҙар» өсөн кейемдәрҙе Любовь Семеновна балалар магазинынан һатып ала.

Ҡурсаҡ яһаусы оҫта әҙерләмәләрҙе сит ил сайттарынан яҙҙырып ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә улар юҡ. Ул ҡурсаҡтарҙың сәстәре өсөн Кавказ кәзәһе йөнөн ҡуллана, сөнки улар бик йомшаҡ, тап сабыйҙарҙыҡы кеүек. Ҡаш-керпектәре лә махсус энә менән тегелә. Германия оҫталары эшләгән акриль һәм гәлсәр күҙҙәр ҡурсаҡтарға тереклек, сағыулыҡ бирә.

Любовь Решетникова дүрт йыл эсендә 16 сабый «тыуҙырған». Бер ҡурсаҡты яһау өсөн бер ай китә. Иң күп ваҡыт сәстәрен ҡуйыуға сарыф ителә. Ә инде ныҡлап иртәнән кискә тиклем ултырһаң, айына ике ҡурсаҡ эшләп була, ти оҫта.

Уның ҡурсаҡтарын айырыуса бәйләү һәм тегеү менән шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙҙар, ун йәштән өлкәнерәк балаларға ла бүләккә алалар. Любовь Решетникова быйыл «Донъя буйлап ҡурсаҡ менән» ҡала күргәҙмә-конкурсында Гран-при ала, сөнки уның эштәре шунда уҡ тамашасылар, жюри һөйөүен яулай.

Любовь Семеновна ҡырҡ йылға яҡын шәфҡәт туташы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Ҡурсаҡ яһауҙан тыш бәйләү, ҡорамалар тегеү менән шөғөлләнә. Ул иртә яҙҙан ҡараңғы көҙгә тиклем баҡсаһына ла йөрөргә ваҡыт таба. Оҫта кеше бөтә нәмәгә оҫта инде.


Читайте нас: