Һуңғы ваҡытта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе гүзәл заттарыбыҙ күбәйә. Бына шундай “бизнес леди”ҙарыбыҙ менән яҡындан танышып, ҡылған эштәрен үҙ күҙҙәрең менән күргәс, һоҡланыу ғына кисерәһең. Кемдер аҡса эшләргә сит яҡҡа сығып китһә, Алина Шәйәхмәтова эшен үҙ ерендә асып ебәргән йәш, тырыш ҡыҙҙарҙың береһе. Ул балалар өсөн күңел асыу урынын булдырған.
Алина хеҙмәт юлын 53-сө балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып башлай. Әммә үҙ эшен асыу теләге уны бер ҡасан да ташламай. Балалар менән бер йыл эшләгәс, уның хыялы тормошҡа аша. “Лимонад” сауҙа үҙәгендә майҙанды ҡуртымға алып, “Яуыз ҡоштар” аттракционын аса. Тәүҙә һуҙылмаҡлы сөйөртмәк кенә алып ҡуя. Икенсе айында килгән килем аҡсаһына батут та һатып ала тырыш ҡыҙ.
«Батутта һикереү күпме тора?» «Нисәгә тиклем эшләй-һегеҙ?» Уның һәр көнө телефон аша ошондайыраҡ һорау-ҙарға яуап биреүҙән башлана. Айырыуса шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә балаларҙың ялын файҙалы итеп үткәреү өсөн мәшәҡәтле осор. Ата-әсәйҙәре баҙарҙа йөрөргә теләһә, кес-кәйҙәрен бер нисә сәғәткә ҡалдырып китә. Улар батутта һикерә, рогатканан ата. Сабыйҙарҙы яратҡан Алина улар менән уйнап та ала. Ул иң әүҙемдәренә бәләкәй генә бүләктәрен дә әҙерләгән. Батутта һикереү бында иң арзаны - 15 минуты 100 һум.
Эшҡыуар ҡыҙҙың тағы ла бер яратҡан шөғөлө бар - ул полимер балсыҡтан әкиәт геройҙарын яһай. Өй эсендә хужабикәнең ҡулдары менән тыуҙырылған персонаждар күҙҙең яуын алырлыҡ, фатиры үҙенсәлекле әкиәт донъяһын хәтерләтә хатта. Алина Сабирйән ҡыҙы - ысын мәғәнәһендә матурлыҡ тыуҙырыусы оҫтабикә. Был ижади эштәрен аттракционда ҡатнашҡан балаларға бүләк тә итә ул.
- Буш ваҡытымда ошо шөғөлөмә тотонам, - тип ихлас һөйләй Алина. - Әлбиттә, ул сабырлыҡ талап итә. Ҡайһы саҡ сәғәттәр буйы айырыла алмайым. Бөтә көнкүреш проблемаларҙан арынырға ярҙам итә, күңелем тыныслана.
Йәш йүнсел барыһына ла нисек өлгөрәлер, аптырарһың. Ул китап уҡырға ла, спорт менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба икән. Өҫтәүенә, яҡшы әсә лә, оҫта хужабикә лә ул. Биш йәшлек Исламды бөтә яҡлап та үҫтерә, түңәрәктәргә йөрөтә. Тормош иптәше Артур менән улын һәр саҡ яҡты йөҙ менән, мул ризыҡтар әҙерләп ҡаршылай.
Кескәйҙәрҙең ялын күңелле итеп үткәреүҙе төп маҡсаты итеп алған Алина Шәйәхмәтоваға артабан да уңыштар юлдаш булһын. Балаларҙың шат тауышынан күренеүенсә, эшҡыуарҙың изге ғәмәлдәре йәш быуынды рәхәтләнеп уйнарға, компьютерҙан бер аҙға булһа ла ситләшергә, сәләмәт тормош рәүешенә өйрәтә.
Бына шулай бер минутын да юҡ-барға сарыф итмәй, балаларға шатлыҡ өләшеп йәшәй Алина Сабирйән ҡыҙы.