газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
1 Ноябрь 2017, 12:38

Гүзәллеккә сорнай уңған ҡыҙ

Эш юҡлыҡтан, аҡсаһыҙлыҡтан күптәр үҙҙәренең эшен асыу тураһында хыяллана, әммә бик һирәктәр генә уға тотонорға баҙнат итә һәм ниәтен аҙаҡҡаса алып барып сығара ала. Был йәһәттән Гүзәл Хәйбуллинаға ҡарап һоҡланырға ғына ҡала. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, эш юҡ, тип ҡул ҡаушырып ултырмаған, йүнен тапҡан. Ул күптән инде модаға ингән керпек оҙонайтыу һәм ҡашҡа татуаж эшләү менән шөғөлләнә. Был уның күңел талабы ғына булып ҡалмай, кеҫәһен дә ярайһы уҡ ҡалынайта.

Гүзәл 2003 йылда керпек үҫтереү серҙәренә өйрәнә. Тиҙ генә клиенттар ҙа табыла. Артабан ҡашҡа татуаж эшләп ҡарау теләге уяна. Бында ла ул үҙен һынап ҡарай. Курстарға йөрөй, танытма ала.

Оҫта ҡыҙ процедураларҙы үҙенең фатирында башҡара. Тәжрибә туп-лаған Гүзәл татуаж эшләү, керпек оҙонайтыу буйынса курстар ҙа алып бара. Буласаҡ белгестәргә аҙаҡ сертификат тапшыра.

- Иң мөһиме - эшем бар, кешеләр килә, бер ҙә генә буш ултырғаным юҡ. Бер яҡтан, үҙемә-үҙем хужа булһам, икенсенән, яуаплылыҡ та көслө. Тик яҡшы ҡорамалдар һәм материалдар менән генә эшләргә тырышам. Һөнәремде яратҡас, көнө буйы эшләһәм дә арығанымды тоймайым. Етмәһә, был ҙур табыш та алып килә. Ошо процедураларҙан ғына йыйылған аҡсаға фатир, автомобиль һатып алдыҡ. Әйтер теләгем шул: үҙегеҙҙе бар өлкәлә лә һынап ҡарарға ҡурҡмағыҙ. Үҙ эшеңде асып ебәрергә бер ҡасан да һуң түгел. Бының өсөн хатта һөнәр ҙә кәрәкмәй, тик теләк кенә булһын, - тип үҙ фекере менән уртаҡлаша Гүзәл Фәрит ҡыҙы.

Читайте нас: