газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
5 Февраль 2021, 11:30

Ҡағыҙ, быяла, пластик - айырым

Республика Хөкүмәте президиумының сираттағы ултырышында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу системаһын ғәмәлгә индереүгә ҡағылышлы һорауҙар ҡаралды.

– Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыуҙы ойошторғандан һуң беҙгә хәҙер сүп-сарҙы айырып ҡабул итеүҙе яйға һалырға кәрәк, – тип билдәләне Премьер-министр Андрей Назаров. – 2024 йылға республика тулыһынса ошо алымға күсеп бөтөргә тейеш.
БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров белдереүенсә, 2021 йыл аҙағына республика халҡының 70 проценты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыуға йәлеп ителәсәк. Әлеге ваҡытта был эш 30-ға яҡын муниципалитетта алып барыла. Ә сүп-сарҙы айырып йыйыу алымына йәлеп ителгән халыҡтың өлөшө 37 процентҡа тиң.
– Тәүге этапта беҙ был эшмәкәрлекте мәктәптәргә индерәбеҙ, уларҙы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыу өсөн тәғәйенләнгән төрлө төҫтәге контейнерҙар менән тәьмин итәбеҙ. 2020 йылда 487 мәғариф усағында 799 шундай комплект урынлаштырылды. 2021 йылда был эште тамамлау күҙаллана, - тине министр.
Ауыл ерендә ҡалдыҡтар йыйыуҙың дуаль системаһы ғәмәлгә ашырыласаҡ – уларҙа селтәрле (рәшәткәле) контейнерҙар урынлаштырыласаҡ. Ә ҡалаларҙа ҡағыҙ, быяла, пластик һәм сорттарға айырылмаған ҡалдыҡтар өсөн айырым төҫлө контейнерҙар ҡуйыласаҡ.
Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙе көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыуға йәлеп итеү өсөн йорттарҙағы сүп-сар ташлау торбаларын ябыу тәҡдим ителә. Шулай уҡ яңы йорттар төҙөлөшөн проектлағанда был системанан тулыһынса баш тартыу тураһында ла һүҙ алып барыла.
- Сүп-сар махсус торба аша түгелгән йорттарҙағы ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Уларҙа барлыҡ ҡалдыҡтар бер бакҡа йыйыла. Экология йәһәтенән был бик насар күренеш, антисанитарияға юл ҡуйыла. Беҙ был алымдан китергә, сүп-сарҙы айырып йыйыуға күсергә тейешбеҙ. Шулай итеп, йәмғиәттә экологик мәҙәниәт тә күтәреләсәк, - тине Андрей Назаров.
Ул шулай уҡ халыҡ араһында көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыуҙың өҫтөнлөктәрен аңлатыу буйынса эште йәнләндерергә ҡушты.
Читайте нас: