газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
25 Сентябрь 2020, 11:04

Йылға ярҙары таҙарҙы

Уҙған шәмбе көн беҙҙең ҡаланың күп кенә ойошма, предприятие хеҙмәткәрҙәре, төрлө уҡыу йорттары студенттары, ирекмәндәр һәм бөтә теләгән кешеләр экологик өмөгә сыҡты. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә «Эшләйбеҙ 2020» өмәһе Ағиҙел йылғаһы буйында ойошторолдо.

Был акцияның төп маҡсаты - тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу, йәмғиәттә ыңғай үрнәк булдырыу, шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өлгөһө менән таныштырыу.
Яҡшы ниәт менән ойошторолған акцияға 300-350-ләп кеше йыйылды. «Салауатбыяла» предприятиеһы хеҙ-мәткәрҙәре Желанный микрорайонын йыйыштырыуға йүнәлде. Салауат белем биреү һәм һөнәри технология-лар колледжы, Өфө туҡланыу индустрияһы колледжы филиалы студенттары, йәштәр эштәре буйынса комитет һәм «Транснефть» йәмғиәте вәкилдәре «Рәхим итегеҙ» аркаһынан алып Ағиҙел йылғаһына тиклемге биләмәне сүп-сарҙан таҙартыу йөкләмәһен үҙ өҫтөнә алды. «Салауат һыу каналы» һәм «Газпром газ таратыу Өфө» ойошмалары хеҙмәткәрҙәре Муса ҡасабаһының Яр буйы урамынан күлгә тиклемге өлөшөн йыйыштырҙы. «Трамвай идаралығы», ҡала хакимиә-те, «Салауатгидравлика», «Электр селтәрҙәре» коллективы ағзалары, Салауат индустриаль колледж студенттары аҫылмалы йәйәүлеләр күпере тирәһендә йылғаның ике ярын таҙартыуҙа ҡатнашты. Бынан тыш, өмәгә тәбиғәттең яҙмышына битараф булмаған салауаттар ҙа ҡушылды. Һәр төркөмдөң ҡала хужалығы идаралығынан үҙ координаторы бар ине, улар сүп-сар йыйыусыларға ҡапсыҡтар һәм бирсәткәләр таратты.
Ҡала хакимиәте башлығының тормош тәьминәте буйынса урынба-ҫары Фәнил Әбдрәшитов һүҙҙәре буйынса, пластик, алюмин һауыттар, быяла һәм ҡағыҙ айырым йыйыла, уларҙы махсус техника икенсел эшкәртеү өсөн алып китә.
- Беҙҙең бурыс - яратҡан Ағиҙел йылғаһы буйын таҙартыу. Салауаттар йылға яры буйлап йөрөгәндә уның таҙалығына һәм тыуған яғыбыҙҙың матурлығына шатланһын. Полигондарҙа полиэтилен, шешә, быяла кеүек ҡалдыҡтарҙы айырмай үтилләштереү проблемаһы бик киҫкен тора, улар ҙур экологик зыян килтерә. Акция сиктәрендә ҡайһы бер ҡалдыҡтарҙы икенсел эшкәртеү һәм һуңынан унан эшләнгән әйберҙәрҙе хужалыҡта файҙаланыу өсөн айырым йыйыу мөмкин икәнен күрһәтәбеҙ, - ти Фәнил Әбрәшитов.
- Был акция бик көнүҙәк, беҙгә сүп-сарҙарҙы айырым йыйыуға күсергә кәрәк. Күп ойошмаларҙың акцияны хуплап эшкә сығыуы шатландыра. Йылға буйында өмә тап көҙ көнө ойошторола, сөнки беҙ бының менән яҙын йылға ташҡанда сүп-сар һыуға ағып төшмәһен өсөн алдан хәстәрлек күрәбеҙ, - тип һөйләй эколог, ҡала хужалығы идаралығы белгесе Ольга Фәйзуллина.
«Трамвай идаралығы» директоры Эдуард Мирасов иҫәпләүенсә, был акция бик кәрәкле һәм ул даими уҙғарылып торорға тейеш.
- Бөгөн өмәлә беҙҙең предприятиеның 20-нән ашыу хеҙмәткәре ҡатнаша. Салауаттарҙың олоһон да, кесеһен дә ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу мәҙәниәтенә өйрәтергә кәрәк. Тәбиғәткә ял итергә килдең икән, сүбеңде үҙең менән алып ҡайтып контейнерға ташлау мөһим. Беҙҙә тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш әлегә аҡһай. Предприятиела ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу тәжрибәһе индерелгән, беҙ 2,5 тонна быяла, пластик, тимер тапшырҙыҡ. Был иҡтисади яҡтан да файҙалы, ә хеҙмәткәрҙәр тирә-яҡҡа ҡарата үҙенең һаҡсыл ҡарашын белдерә, - ти етәксе.
«Салауатгидравлика» йәмғиәтенең хужалыҡ участкаһы начальнигы Татьяна Шишкова үҙенең хеҙмәттәштәренең был акцияны ҡуш ҡуллап хуплауы һәм ҙур ризалыҡ менән өмәгә сығыуы хаҡында белдерҙе:
- Беҙҙең ойошманан 16 кеше акцияла ҡатнашырға тип килде. Предприятиела дүрт йыл эшләйем һәм ышаныс менән әйтәм, беҙҙең коллективта изге күңелле, яҡшы эштәр ҡылырға әҙер булыусы кешеләр эшләй. Беҙ экологияны хәстәрләйбеҙ, предприятиела ла өмәләр уҙғарабыҙ, ҡала акцияларында ла ҡатнашабыҙ.
Өмә нисек шәп башланһа, шулай уҡ күңелле тамамланды. «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге артистары акцияла ҡатнашыусылар өсөн әҙерләгән концерт уларға дәрт өҫтәп ебәрҙе, ә ялан кухняһының аш-һыуы хәл индерҙе.
Читайте нас: