газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
25 Сентябрь 2020, 11:06

Сүр-сар өсөн түләү: 70 урынына 75 һум

2019 йылдан алып ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың әйләнеше өсөн түләү, һыу менән тәьмин итеү, йылытыу, электр уты хеҙмәттәре кеүек үк, айырым коммуналь хеҙмәт булып һанала. Шуға күрә коммуналь хеҙмәттәргә ҡарата билдәләнгән барлыҡ талаптар уға ла ҡағыла, индексациялау иҫәпләнә, хеҙмәт махсус хаҡ билдәләү ҡағиҙәләре менән көйләнә.

“Сүп-сар реформаһы” башлан-ғансыға тиклем ҡалдыҡтар сығарылған биләмәләрҙә, түләү бер кешенән 70 һум тәшкил итә ине. Ҡалдыҡтарҙы 2019 йылдың ғинуарынан һуң ғына сығара башлаған төбәктәрҙә, кеше башына 35 һум түләргә тура килде. Был тарифтар Рәсәйҙә иң түбәне булып торҙо. Быйыл 21 сентябрҙән республика властары түләмдәрҙең күтәрелеүе тураһында хәбәр итте. Шулай итеп, хаҡтар бер ни тиклем артты. Быға тиклем 70 һум түләгәндәр артабан айына 75 һум түләйәсәк. Ә быға тиклем 35 һум түләгәндәр өсөн түләү 20 һумға арта һәм бер кеше өсөн 55 һум тәшкил итәсәк.
2019 йылдың 1 ғинуарынан, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге реформа башланғандан бирле, сүп-сарҙы йыйыу, сығарыу һәм утилләштереү менән республикала дүрт төбәк операторы шөғөлләнә: Өфө һәм уның янындағы райондар – “Спецавтохозяйство” муниципаль предприятиеһы; Башҡортостандың төньяҡ зонаһы – “Дүртөйлө-мелиоводстрой” төбәк операторы; көньяҡ райондар – “Экосити”; көнбайыш зона – “Экология Т”. Улар араһында Башҡортостан биш территориаль биләмәгә бүленгән. Тәүҙә һәр зона өсөн айырым тариф билдәләнгәйне. Тик бөтә ерҙә лә сүп-сар сығарыу ойошторолмауын һәм кәрәкле инфраструктура булмауын иҫәптә тотоп, күсмә осор өсөн берҙәм түләү билдәләнде.
Яңы хаҡтар менән квитанциялар ҡасан килә башлаясаҡ?
Яңы хаҡтар менән квитанциялар сентябрь аҙағында уҡ киләсәк. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн был хаҡтар 2021 йылдың 1 июленә тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Ошо ваҡытҡа тиклем республиканың һәр бер ауыл һәм ҡалаһынан сүп-сарҙы сығарыу 100 процентҡа көйләнергә тейеш.
Төбәк операторының тарифы составына сүп-сарҙы йыйыу, ташыу, эшкәртеү, утилләштереү, зарарһыҙлау, урынлаштырыу һәм сорттарға бүлеү өсөн сығымдар инә.
Ни өсөн хаҡтар тап әле арта?
Власть түләмдәр артыу менән төбәк операторҙарының инвестиция әүҙемлеге артыр, компаниялар республикала кәрәк булған сүп-сарҙы сорттарға бүлеүсе комплекстар, эшкәртеү һәм күмеү объекттары төҙөй башлар, тип ышана.
Сүп-сар реформаһы осоронда нимәләр үҙгәрҙе?
Төбәктә 19 мең контейнер майҙансыҡтары ҡуйылған, 50 меңдән ашыу заманса контейнерҙар урынлаштырылған. Бынан тыш, сүп-сар ташыусы техника паркы яңыртылған. 700-ҙән ашыу законһыҙ сүплектәр юҡҡа сығарылған. “ТКО Башҡортостан” мониторинг системаһы индерелгән, ул көн һайын теге йәки был биләмәлә сүп-сар сығарыуҙы теркәп бара.
Тағы нимә эшләргә
кәрәк?
“Сүп-сар реформаһының” төп маҡсаты – халыҡ булдырған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарынан мөмкин булғанса күберәк файҙалы фракциялар алыу – күберәк нимәне эшкәртеүгә ебәреү. Күмеүгә тәғәйенләнгән ҡалдыҡтар күләме мөмкин тиклем кәмергә тейеш. Әлегә Башҡортостанда сүп-сар эшкәртеү заводтары юҡ. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылға тиклем республикала 16 ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү комплексы һәм өс утилләштереү объекты төҙөү планлаштырылған. Шулай уҡ 2500 сүплек юҡҡа сығырға тейеш.
Бер нисә фатирың,
йортоң булһа түләү нисек билдәләнә?
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү хеҙмәте өсөн түләм күләме тораҡ бинала даими һәм ваҡытлыса йәшәгән кешеләр һанынан иҫәпләнә. Әгәр унда даими һәм ваҡытлыса йәшәгән кешеләр юҡ икән, хаҡтар торлаҡтың милекселәре һанына ҡарап иҫәпләнә. Тимәк, әгәр граждандың бер нисә күсемһеҙ милек объекты бар икән, квитанция һәр бина өсөн киләсәк. Шулай килеп сыға: һеҙ прописка буйынса һәр ғаилә ағзаһы өсөн дә һәм милексе булараҡ икенсе объект өсөн дә түләргә тейешһегеҙ (унда бер кем дә йәшәмәһә лә).
Сүп-сарҙы сығармаһалар, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Әгәр һеҙ күп фатирлы йортта йәшәһәгеҙ, идара итеүсе ойошмаға, шәхси йортта йәшәгәндәргә, төбәк операторының берҙәм телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Түләм дөрөҫ билдәләнмәһә, нимә эшләргә?
Әгәр квитанцияла йәшәгән кешеләр һаны дөрөҫ күрһәтелмәһә, һәм һеҙ күберәк түләһәгеҙ, төбәк операторына мөрәжәғәт итеп, кире иҫәпләтеү хоҡуғығыҙ бар. Хатаны раҫлаған документтар булған осраҡта, төбәк операторы кире иҫәпләргә тейеш.
Үлгән кеше өсөн дә иҫәп килһә, нимә эшләргә?
Был осраҡта төбәк операторына үлем тураһындағы таныҡлыҡты күрһәтергә һәм киренән иҫәпләтеү өсөн ғариза бирергә кәрәк.
Читайте нас: