газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
4 Сентябрь 2020, 11:46

Таҙалыҡ һәм тәртип

Беҙҙең ҡалала йолаға әйләнгән Таҙа йома акцияһы дауам итә. Төҙөкләндереү, тәртип һәм таҙалыҡ булдырыу буйынса эштәр бөтө Салауат буйынса алып барыла.

Был юлы «Таҙа йома» сараһы сиктәрендә элек Ағиҙел йылғаһының бер ҡултығы ағып ятҡан психоневрология интернатынан йыраҡ булмаған ерлек йыйыштырылды. Был биләмәлә халыҡ йыш ҡына йәйәү, велосипедта йөрөй. Ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре был территорияны тәртипкә килтереүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Улар алдында төп бурыс үҫкән үләнде сабыу һәм йыйыу, ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы ҡырҡыу, сүп-сарҙы йыйып сығарыу ине.
- Беҙ һәр ваҡытта йыйыштырыу акцияһында ҡатнашабыҙ. Быға тиклем «Октябрь» кинотеатры артындағы аллеяны, һуңынан ҡала мәҙәниәт һәм ял паркын тәртипкә килтерҙек. «Таҙа йома» - бик һәйбәт һәм мөһим акция, әммә был өмәләргә күберәк кешеләр йәлеп ителһен ине, - ти ҡала хакимиәтенең финанс идаралығы белгесе Жанна Лексина.
- Бөгөн беҙҙең ҡалала 20-се тапҡыр таҙалыҡ көнө уҙғарыла. Унда ойошма, предприятиелар хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Әлеге ваҡытта беҙ элек Ағиҙел йылғаһы ағып ятҡан өлөштә йыйыштырыу эштәрен башҡарабыҙ, ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы матурлап ҡырҡабыҙ, сабылған үләнде, ҡыйҙарҙы йыябыҙ. Акцияға ҡала хакимиәтенән 20-ләп кеше сыҡты. Был биләмә граждандарҙың мөрәжәғәте буйынса йыйыштырыла. Улар ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе билдәләне һәм бөгөн беҙ уларҙы бөтөрөргә бурыслы. Күп кешеләр ял итеп йөрөгән урынды тәртипкә килтереү бик мөһим, - тип һөйләй ҡала хужалығы идаралығының әйҙәүсе белгесе Юрий Носенко.
Читайте нас: