Яңыраҡ Вокзал урамынан йыраҡ булмаған «Автогар» гараждар кооперативы ер-легендә барлыҡҡа килгән ҡалдыҡтар өйөмөн дә тап ошо ойошма таҙартты.
- Санкцияланмаған сүплек-тәрҙең күпселеге баҡсалар һәм гараждар биләмәләрендә ойошторола. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә ойошмалар ҙа «Эко-сити» төбәк операторы менән ҡалдыҡтарҙы сығарыуға килешеү төҙөмәгән, шуның өсөн дә ошондай көнкүреш ҡалдыҡтары өйөмдәре бар-лыҡҡа килә, - ти ҡала хужалығы идаралығының әйҙәүсе белгесе Юрий Носенко.
Уның белдереүенсә, тап ошо килешеүҙәр төҙөлһә, хәлде төҙәтеп була. Шулай уҡ был урындарға фото һәм видеокамералар ҡуйып, закон боҙоусыларҙы тоторға һәм яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкин.
- Ҡалала даими рәүештә рейдтар уҙғарылып тора һәм санкцияланмаған сүплектәр асыҡлана. Ҡайһы берҙә улар хаҡында беҙгә ябай граждандар хәбәр итә. Фотокамералар ҡуйылған ергә килеп сүп-сар түгеп китеүселәрҙе автомобиль номерҙары бу-йынса асыҡлайбыҙ. Улар административ яуаплылыҡҡа тарттырыла, - тип һөйләй административ комиссия ағзаһы Сергей Кулагин.
- Был хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн физик шәхестәргә 2000 һумдан алып, вазифалы кешеләргә - 10 000 һумдан алып һәм юридик шәхестәр өсөн 50 000 һумдан алып штраф һалыу ҡаралған, - тип аңлатма бирә ошо комиссия рәйесе урынбаҫары вазифа-һын башҡарыусы Екатерина Буланкина.