газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
24 Июль 2020, 11:22

Урмандарҙы һаҡлайыҡ

Башҡортостан Хөкүмәтендә республикалағы янғындарға бәйле хәл һәм уларҙы бөтөрөү буйынса ҡабул ителгән сараларға арналған брифинг уҙҙы.

Унда республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов журналистарҙың һорауына яуап бирҙе.
Урман хужалығы министры белдереүенсә, Бөрйән районындағы Башҡортостан тәбиғәт ҡурсаулығында ике мең гектарҙағы урман янғынын туҡтатыуға өлгәшкәндәр.
- Әбйәлил, Белорет һәм Бөрйән райондарындағы алты янғын ауыҙлыҡланды. Шул иҫәптән, Бөрйән урмансылығы биләмәһендәге ике мең гектарҙан ашыу майҙанда. Бөгөн иртәнсәк Бөрйәндә тағы ла бер янғынды һүндерҙек – Нөгөш участка урмансылығында, - тине Марат Шәрәфетдинов.
Дөйөм алғанда, үткән аҙнала Башҡортостанда 62 янғын теркәлгән, был йыл башынан булған осраҡтарҙың 60 процентын тәшкил итә. Уларҙың 52-еһе ҡоро йәшен арҡаһында сыҡҡан. Министр белдереүенсә, йәшендән сыҡҡан янғындарҙы һүндереүе күпкә ауыр, сөнки улар үтеүе ауыр булған бейек урындарҙа тоҡана. Республикала янғынға ҡаршы махсус режим дауам итә. Ошоға бәйле урман эргәһендә усаҡ, ҡоро үлән, сүп-сар яғыу тыйыла.
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра, урманда йәки уның эргәһендә нимәлер янғанын күрһәгеҙ, шунда уҡ Урман һағының берҙәм телефон һанына – 8 (800) 100-94-00 йәки республика Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә 8 (347) 218-14-14 һандары буйынса шылтыратығыҙ.
Читайте нас: