Уҙған аҙна өмәгә сығыу-сылар Пушкин исемендәге паркта тәртип ойошторорға ҡарар итте.
- Бөгөн бында үлән сапты-лар, ҡороған ағас ботаҡтарын киҫтеләр, сүп-сарҙы йыйып, шунда уҡ машиналарҙа тейәп оҙаттылар. Һәр йома йыйылышып, ҡайҙа тәртип булдырырға кәрәклекте бил-дәләйбеҙ, - ти ҡала хужалы-ғы идаралығы начальнигы урынбаҫары Булат Садиҡов.
Был өмәлә мәғариф хеҙмәткәрҙәренең әүҙем ҡатнашыуы асыҡ һиҙелде. Көндөң үтә лә эҫе булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың кәйеф-тәре шәп ине.
Регина Вәлитова, Гөлдәр Мырҙағәлиева, 54-се балалар баҡсаһы:
- Акцияла ҡатнашырға тәҡдим иткәс, ҡуш ҡуллап ризалаштыҡ. Тәү сиратта, был үҙебеҙ өсөн кәрәк бит. Яҡында ғына йәшәйбеҙ, кистәрен балалар, ейәндәр менән саф һауа һуларға сығабыҙ. Паркта тыныс, рәхәтләнеп ял итергә була. Бөгөн сабылған үләндәрҙе йыйҙыҡ, сүп-сарҙы йыйыштырҙыҡ.
Наталья Шуваева, 44-се балалар баҡсаһы:
- Хатта эҫелек тә паркта тәртип урынлаштырырға ҡама-сауламаны. Бер һүҙһеҙ сарала ҡатнашырға теләк белдерҙек. Ул күҙгә күренеп икенсе төҫ алды. Плитка араһынан сығып килгән үләндәрҙе көрәк менән ҡырҙыҡ. Ныҡлы үҫеп китһә, таҙартыуы ауыр буласаҡ. Шуға күрә был эште әле үк башҡарырға кәрәк.
Наталья Ғайнанова, Инера Рафиҡова, 33-сө балалар баҡсаһы:
- Бындай өмәгә быйыл беренсе тапҡыр сыҡтыҡ. Беҙ ҡалабыҙҙы яратабыҙ һәм таҙалығы өсөн дә яуаплыбыҙ. Ҡала халҡы шуны иҫендә тотһон ине: таҙартҡан ерҙә түгел, ә бысратмаған ерҙә таҙа. Балаларыбыҙға үҙебеҙ өлгө күрһәтәбеҙ бит. Әгәр өлкәндәр сүп-сарҙы ергә ташлап китә икән, бала ла шуны ҡабатлаясаҡ. Сүп-сарҙы машиналарға тейәп оҙатып та ебәрҙек. Киләсәктә лә бындай сараларҙан баш тартмаясаҡбыҙ.