- Бөгән Салауат ҡалаһы һәм Ишембай районы буйынса дәүләт янғын күҙәтселеге административ комиссия менән берлектә санкциялан-маған сүплектәрҙе асыҡлау буйынса рейд уҙғара. Был эш, тәү сиратта, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн эшләнә, сөнки йылдың йылы миҙгелендә сүп-сар йыйылған урындарҙа ут сығыу осраҡтары күбәйә. Баҡсасылар ширҡәте, гараж кооперативтары биләмәлә-рендә законһыҙ рәүештә сүп-сар өйөмдәрен ойоштороу факттары асыҡланып, уларҙы юҡ итеү талабы буйынса тейешле саралар күрелергә тейеш. Гараж һәм баҡса хужаларын санкцияланмаған сүплектәр ойоштормаҫҡа, ә көнкүреш ҡалдыҡтарын тейешле урынға алып сығырға саҡырыр инем, - ти янғын күҙәтселеге бүлеге начальнигы Сергей Дегтяров.
Махсус комиссия “Башав-тотранс” предприятиеһы ар-тындағы сүп-сар контейнер-ҙары майҙансығын ҡараны. Унда 12 июндә ут сыҡҡан, кон-тейнерҙағы түгел, ә уның сит-тәренә өйөлгән сүп-сар янған.
- Был сүплек автотранспорт предприятиеһы өсөн хәүеф-ле. Йәмғиәт биләмәһе кирбес стена менән уратып алынһа ла, көслө янғын сыға ҡалһа, яғыулыҡ-майлау ма-териалдарына тоҡаныуы ихтимал, - ти административ комиссия ағзаһы Сергей Васильев. - Баҡсасылар ширҡәте был сүп-сар контей-нерҙарын бер ниндәй киле-шеүһеҙ урынлаштырған, күрәһең. Шулай уҡ ширҡәттең рәйесе ҡалдыҡтарҙың ваҡы-тында сығырылыуын да контролдә тотмаған, шул арҡала контейнерға һыймаған сүп-сарҙы уның тирә-яғына өйгәндәр. Һөҙөмтәлә ут сыҡҡан. Бындай сүп-сар кон-тейнерҙары хәүефле объект-тарҙан 25 метр алыҫлыҡта урынлаштырылырға тейеш.
Һуңынан комиссия Йәш гвардеецтар урамындағы гараждар территорияһында булды. Бындағы ҡалдыҡтар өйөмөнөң күплегенә иҫ китерлек. Нимә генә юҡ унда - таҡта, кирбес, фанера, пластик һауыттар, ҡаптар һәм башҡа ҡалдыҡтар. Тап ошондай сүп-сар өйөмдәре янғын хәүефе тыуҙыра ла инде. Комиссия ағзалары иҫбатлауынса, был факттар асыҡланғандан һуң, законһыҙ сүплектәр булдырыусыларға ҡарата штраф һалыу ҡаралған.