газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
19 Июнь 2020, 12:24

Матурлыҡ һәм тәртип булһын тиеп

Ҡалала Таҙалыҡ көнө акцияһы дауам итә. Һәр йома һайын төрлө предприятие, учреждение һәм ойошма вәкилдәре Салауатты тәртипкә килтереү, таҙартыу өмәләренә сыға. Был юлы Салауат Юлаев бульварындағы Батыр аллеяһы йыйыштырылды.

16 июндә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тула һәм республика буйынса Салауат Юлаев көндәре уҙа. Бөтә сараларҙың онлайн форматта үтеүе ҡаралһа ла, батырҙың һәйкәле ҡуйылған иҫтәлекле урындың тәртиптә тотолоуы яҡшы.
- Бөгөн Батыр аллеяһында Таҙалыҡ көнө үтә. «Флора» ойошмаһы сәскә түтәлдәрен утай, юлсылар тротуарҙарҙы һеперә. Ә ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре сабылған үләнде йыя, - тип һөйләй участка начальнигы Альбина Фарваева. - Минең бындай акцияларға ҡарашым ыңғай. Башҡалар ҙа өмәгә ҙур теләк менән сыға. Ул ҡаланы тәртиптә тотоуға ярҙам итә.
Таҙалыҡ көнөндә ҡатна-шыусы «Мәғлүмәти-техник хеҙмәтләндереү үҙәге» муни-ципаль учреждениеһы хеҙ-мәткәре Наталья Андрушенко ла был акцияла ҡатнашыу мөһим, тигән фекерҙә.
- Өмәләргә сығып, беҙ дөйөм көс менән ҡаланы матурларға, тәртипкә килте-рергә тырышабыҙ. Һуңынан үҙебеҙ йәшәгән ерҙең гүзәллеген күреп күңел шатлана. Ҡала йыйыштырыуға сығыу йолаға әүерелде, беҙ таҙартҡан урындар бихисап. Уҙған аҙнала зыяраттарҙа ветерандарҙың ҡәберлек-тәрен тәртипкә килтерҙек. Берҙәмлектә - көс, һәр кеше ҡаланы матурлауға әҙ генә булһа ла өлөш индерһә, Салауат өлгөлө ҡала булыр, - ти ул.
Читайте нас: