Өфөлә лә сорттарға айырылған ҡалдыҡтарҙы тәүлек әйләнәһенә ҡабул итеүсе тәүге пункт эшләй башланы. Был башланғыс “Мега” сауҙа үҙәге һәм “ИКЕА” магазины тарафынан тормошҡа ашырылған.
Күптән түгел беҙҙең ҡалала ла сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн ҡулайлаштырылған контей-нерҙарҙы шәйләп ҡалдым. Фотоһүрәттән күренеүенсә, бында полиэтилен һауыттарҙы, макулатураны, быяланы айырым һалырға мөмкин. Шуныһы иғти-барҙы йәлеп итте, ысынлап та, һәр сүп-сар үҙенә тәғәйен бүлеккә һалынған. Тимәк, халыҡтың мәҙәнилеге арта, тигән фекер тыуҙы миндә.
“Экология” милли проекты ла ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының тирә-яҡ мөхиткә һәм кешеләрҙең һаулығына кире тәьҫирен мөмкин тиклем кәметеү, сүп-сарҙы айырым йыйыуҙы ойоштороп, ҡайтанан эшкәртеүҙе, икенсел сеймал алыуҙы яйға һалыу бурысын ҡуя.