газета "Салауат"
+11 °С
Облачно
Экология
25 Октября 2019, 07:26

Биҙәй йәшел шыршылар

Шәмбе көн ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында ҙур өмә уҙҙы. Унда «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә ағастар ултыртты.

- Салауаттағы был парк ҡалабыҙға нигеҙ һалыусы предприятие ярҙамында ошолай матур төҫ алды. Бөгөн дә йәмғиәттең дуҫ, татыу коллективы уны тағы йәмлерәк итеү өсөн көс һала. Изге хеҙмәтегеҙ тик маҡтауға лайыҡ, - тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафина.

Компанияның төрлө бүлексә вәкилдәре был көндө паркта 150-шәр төп йәш шыршы һәм миләш үҫентеләре ултыртты. Йә-шелләндереү акцияһына сығыусылар бик кәрәкле һәм изге эшкә ҡушылыуҙарына шат булыуҙарын белдерҙе. Был ағастар беҙҙе лә, балаларыбыҙҙы ла ҡы-уандырып ултырасаҡ, тик уларҙы һындырмаһындар һәм тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараһындар ине, тигән теләктәрен еткерҙе.


Читайте нас