газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
14 Октябрь 2019, 12:17

Миләштәре тәлгәшләнер, йүкәләре сәскә атыр әле

Үткән шәмбе республика халҡы төбәктә иғлан ителгән «Йәшел Башҡортостан» акцияһына дәррәү ҡушылды. Маҡсаты - халыҡтың иғтибарын экология проблемаларына йәлеп итеү, йәшәгән төйәгебеҙҙе йәшеллән-дереү ине. Акцияла ҡатна-шыусылар ҡарағай, шыршы, ҡайын, йүкә, миләш ағастары, пирамидаль тирәк ултыртты.

Беҙҙең ҡала ла әүҙемлек күрһәтте. Төп саралар С.Юла-ев бульвары һәм Бекетов урамы киҫелешендә уҙҙы. Йыйылыусыларға ҡаланың сәнғәт оҫталары матур йыр-бейеүҙәрен тәҡдим итте. Теләктәре булғандар ҡайнар бутҡа ашап, тәмле сәй эсеп һыйланды.

- Бындай акциялар эколо-гик яҡтан бик файҙалы. Ҙур-ҙур йорттар ҡалҡып сыға, ә ағастар һирәк-һаяҡ ултыртыла. Эргә-тирәнең йәшеллеккә күмелеүе ҡайһылай һәйбәт. Мин, шәхсән, бөгөн йүкә ағасы ултырттым. Тирә-яҡҡа хуш еҫ таратып ултыра, сәскәһе лә файҙалы. Ошондай саралар йышыраҡ үткәрелһен ине. Сөнки ул кешеләрҙе берләштереүҙең, дуҫлаштырыуҙың бер ысулы булып тора. Күреүемсә, бөгөн күптәр үҙҙәренең күптәнге таныштарын осратты, күңел-дәре бөткәнсе һөйләште, - ти БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Хәлил Рәхимов.

Ағастарҙы ултыртып бөт-кәндән һуң, уларға һыу һипте-ләр, бәйләнеләр. Үҫентеләрҙе һаҡлау ҙа бик мөһим бит әле.

- Бөгөн беҙ икебеҙгә дүрт ағас ултырттыҡ. Йәш үҫентеләр ныҡлап һаҡланмағанлыҡтан, күп осраҡта һынып әрәм була. Ҡарлы-буранлы, дауыллы мәлдәрҙә уларҙың да ғүмеренә ҡурҡыныс янауы бар. Яҡында ғына йәшәйбеҙ. Киләсәктә уларға һыу һибеп, кәрәккәндә ярҙам итәсәкбеҙ. Ошо бәләкәй генә үҫентеләр мөһабәт булып үҫеп китһә, ҡайһылай шәп булыр. Балаларыбыҙға күрһәтеп һөйләр инек. Бындай акция беҙҙең ҡала өсөн бигерәк тә актуаль. Сөнки Салауатта ҡеүәтле заводтар бик күп, - ти йәш ғаилә Анастасия һәм Илья Абдуллиндар.

Сарала һаулыҡ һаҡлау, ҡала хакимиәте вәкилдәре, ветерандар, уҡытыусылар, уҡыусылар, йәштәр әүҙем ҡатнашты. Бындай сараның тәүге этабы апрелдә үткәрелгәйне. Әйткәндәй, был көн республиканың төрлө төбәктәрендә 70 мең тирәһе, беҙҙең ҡалала 230-ға яҡын ағас ултыртылды.

Барығыҙға ла мәғлүм булыуынса, “Октябрь” кино-театры артындағы аллея “Ҡала мөхите” программаһы буйын-са төҙөкләндерелгәйне. Шул ваҡыт иҫке ағастар ҡырҡыл-ды. Быйыл унда “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә шыршылар һәм миләштәр ултыртылды.

Был эште шәхси эшҡыуар Марат Сынбулатов һәм “Һыу каналы” коллективы башҡарып сыҡты. Ҡала хакимиәтенән бирелгән 31 төп шыршыны күбеһенсә ир-егеттәрҙән торған команда тиҙ арала ултыртты. Эш бының менән генә тамамланмай, был коллективтар һуңынан ағастарға һыу һибеп, уларҙы ҡарауҙы ла үҙ өҫтөнә ала.

Бынан тыш, был көндә мәғариф учреждениеларында ла ағас ултыртыу өмөләре уҙҙы. Сараға балалар, тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә ҡушылды. Мәҫәлән, яңы 25-се балалар баҡсаһында ҡыуаҡлыҡтар ултыртылһа, 52-се баҡсала шыршылыр урын алды. Ә 15-се мәктәптә уҡыусылар йәш йүкәләр ултыртты.


Читайте нас: