газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
27 Сентябрь 2019, 11:11

Берҙәм эш ырамлы була

Салауат ҡалаһы янынан республикабыҙҙың иң ҙур йылғаһы - Ағиҙел аға. Беҙ йәй буйына уның ярҙарында ҡыҙынып, һыуҙарын инеп, рәхәтләнеп ял итәбеҙ. Тик тәбиғәт биргән бүләктең ҡәҙерен белмәүселәр генә күп шул арабыҙҙа. Ял иткәндән һуң бөтә сүп-сарҙарын ташлап китеүселәр арҡаһында, Ағиҙел ярҙары ныҡ ҡыйлана. Ярай ҙа изге ниәтле кешеләрҙең экологик өмәләргә сығып, биләмәләрҙе таҙартыуҙа ҡатнашыуы, тирә-яғыбыҙҙың яңынан тын алып, йәшәйәсәгенә өмөт уята.

Шәмбе көн Салауаттан 500-гә яҡын кеше «Бөтә донъя таҙалыҡ көнө «#ЭШЛӘЙБЕҘ2019» экологик акцияһына ҡу-шылды. Көндөң болотло һәм һалҡынса булыуына ҡара-маҫтан, салауаттар эшкә күтәренке кәйеф менән килде. Улар араһында төрлө предприятиелар, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, йәмә-ғәт ойошмалары вәкилдәре, студеттар, уҡыусылар, шулай уҡ ҡаланың таҙалығына битараф булмаған кешеләр бар ине.

- Мин был акцияның уҙғарылыуы бик мөһим тип уйлайым. Сүп-сарҙы йыйыу, ярҙы таҙартыу ғына күҙ уңында тотолмай, ә уның мәғәнәһе киңерәк - ул тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл булырға өйрәтә. Ҡыйҙы йыйып, беҙ йәштәргә лә, күршеләребеҙгә лә үрнәк күрһәтәбеҙ, - ти Салауат башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азат Юлтимеров.

Ҡала хужалығы идаралығы начальнигы Айҙар Әхмәтйәнов әйтеүенсә, был акцияны уҙғарыу өсөн бөтә саралар ҙа ҡаралған, ҡатнашыу-сыларға бирсәткәләр, тоҡтар таратылып бирелгән. Һәр ойошма һәм учреждениеға үҙ территорияһы билдәләнгән, улар шул биләмәне таҙартырға тейеш. Бер-ике сәғәт эсендә Ағиҙел буйын тәртипкә килтерербеҙ тип уйлайым, тине ул.

- Бөгөн ололарҙың да, йәштәрҙең дә ошолай бергәләп актив рәүештә өмәгә сығыуы бик ҡыуандыра. Күптәр таҙалыҡ булған ерҙә матурлыҡ тантана итеүен аңлай һәм шуға ҡулынан килгәнсә тәртип булдырыуға үҙ өлөшөн индерергә тырыша, - тине БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Суфия Етеханова.

Халыҡ ҡала пляжы биләмәһендә йыйылып, йыр-моңдан дәрт алып, эшкә тотондо. Һәр ҡайһыһының ҡулында сүп-сар йыйыу өсөн тоҡтар. Улар йәй буйына йыйылған ҡый менән тиҙ тулды. Юл ситенә ҡалдырылған сүп тоҡтары шунда уҡ машиналарға тейәлеп ҡала сүплегенә сығарылды.

Был өмәнән һуң Ағиҙел ярҙары ялтлап ҡалғандай булды. Шулай ҙа ябай хәҡиҡәтте оноторға ярамай: таҙартҡан ерҙә түгел, ә сүпләмәгән ерҙә таҙа.


Читайте нас: