Кәнфитен ашап ҡағыҙын, йә һутын эсеп бөтөрөп шешәһен китеп барған ерҙән юлға ташлағандарына шәхсән үҙем шаһит булғаным бар. Яндарында - балалары. Тәрбиә ошонан башланмаймы икән? Ғәҙәттә, балалар өлкәндәр ҡылығының күсермәһен эшләй. Килешәм, контейнерҙар һирәк бит, тип әйтер күптәр. Тәрбиәле кеше уны барыбер ситкә ырғытмай, тәрбиәһеҙе теҙелеп торған сүп һауыттарын да күрмәй.
Айырыуса йылға буйҙа-рындағы хәл киҫкен тора. Сөнки йәйен кеше унда күпләп ял итә. Улай ғына түгел, үҙҙәренән һуң тәбиғәткә ҙур «бүләк» ҡалдыра. Шул мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән уҙған аҙна ҡала пляжында һәм күпер янында сүп һауыттары урынлаштырылды. Был ҡаланы таҙараҡ итергә мөмкинлек бирер, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләр, тип ышанабыҙ. Йәмғеһе ете дана ҡуйылған. Улар профнастил менән уратылған. Был сүптең тирә-яҡҡа таралыуына ирек бирмәҫ.
- Ҡаланы нисек тә таҙараҡ һәм матурыраҡ итергә тыры-шабыҙ. Ял итеүселәр йылға буйҙарын бысратмаҫ, ә сүп-сарҙы ошо контейнерҙарға һалыр, тип уйлайбыҙ. Сентябрь аҙағына тиклем ҡаты-көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн тағы 255 контейнер урынлаштырырға планлаштырабыҙ. Тәү сиратта, шәхси секторҙа, һуңынан ҡалала ҡуясаҡбыҙ, - ти ҡала хужалығы идаралығының әйҙәүсе белгесе Юлия Янгалова.