Комплексты рәсми асыу тантанаһы барышында ҡунаҡтар ҡоролманың эшмәкәрлеге менән танышты. Ингән урында, килтерелгән ҡалдыҡтарҙың теүәл күләмен билдәләү өсөн, үлсәү контроле ҡуйылған. Сүп-сар ике линияла сорттарға бүленә. Дөйөм массанан утыҙҙан ашыу файҙалы фракция алына, улар араһында - пластик, полиэтилен, ҡатырға, быяла төп сеймал булып иҫәпләнә. Икенсе сеймал эшкәртеү заводтарына ебәрелә.Өҫтәүенә бында беренсе тапҡыр органик ҡалдыҡтарҙы сепаратор аша үткәреү буйынса ҡулайлама эшләй башланы.
- Ул - беҙҙең комплекс өсөн алға ҙур аҙым, - ти “Эко-Сити” компанияһының генераль директоры Семен Земсков. - Яңы ҡулайлама линияларҙа сорттарға бүлеү эшен яҡшыртыу, икенсе сеймалдың күләмен арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. Хеҙмәткәрҙәргә файҙалы фракцияларҙы йыйыу еңелерәк, һөҙөмтәлерәк буласаҡ. Киләсәктә органиканан серетмә эшләргә планлаштырабыҙ. Уны полигондарҙы рекультивациялау өсөн, шулай уҡ юл хеҙмәтендә файҙаланырға мөмкин буласаҡ.