газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
20 Май 2019, 13:26

Законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөү һәм таҙа һыу

Быйыл был эшкә – ете миллиард һәм алты йылда 41,9 миллиард һум тотоноу ҡаралған. 2024 йылда Рәсәйҙә законһыҙ сүплектәрҙең барыһы ла бөтөрөлөп, сүп-сар эшкәртә торған заманса комплекстар төҙөлөргә тейеш. Проектты дөйөм финанслау дүрт триллион һум тәшкил итәсәк, шуларҙың 3,2 триллион һумы – бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан.

Йыл һайын Рәсәйҙә 70 миллион тоннаға яҡын сүп-сар туплана. Белгестәрҙең иҫәп-хисабына ҡарағанда, ғәмәлдәге ҡыйлыҡтар иң күбе алты йылға етәсәк. Ҡайһы бер төбәктәрҙә буш урын ҡалмаған тиерлек. Был проблеманы хәл итеү өсөн етди реформа үткәрергә, илебеҙ халҡын сүп-сарҙы айырып йыйыуға йәлеп итергә кәрәк.


Төбәктәге Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында әйтеүҙәренсә, йыл һайын республикала ике миллион тонна самаһы ҡалдыҡ барлыҡҡа килә. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының “Сүплек тәрҙең интерактив картаһы” тигән селтәр ресурсында Башҡортостан халҡы проб лемалы 582 объектты күрһәткәйне, шу ларҙың ни бары 180-е генә тәртипкә килтерелде. Экология проекты сайтында билдәләнгән законһыҙ сүплектәрҙе ябыу һөҙөмтәлелеге буйынса республика төбәктәр рейтингында 74-се баҫҡысты биләй.


“Роспотребнадзор” мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостандағы халыҡтың һигеҙ проценты хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән һыу эсә. Күп кенә ҡала, райондарҙа тәбиғәт факторҙары йылға һәм ер аҫты сығанаҡтары сифатына кире йоғонто яһай. Мәҫәлән, Өфөлә эсәр һыу бик татырлы.


Икенсе сәбәп техноген характерҙа – химия һәм нефть эшкәртеү, тау сәнәғәте предприятиелары эшенең эҙемтәһе. Нефть сығарыу ҙа ер аҫты һыу сығанаҡ тарына кире йоғонто яһай. Төбәктә 37 мең скважина бырауланған, бер тонна нефть сығарыу өсөн скважинаға биш тоннаға яҡын һыу һурҙыртыла, уның менән бергә ер аҫты һыуҙарына хәүефле матдәләр эләгә. Киләһе өс йылда Башҡортостан һыу сифатын яҡшыртыуға, эсәр һыу менән тәьмин итеү объекттарын төҙөкләндереүгә һәм яңыртыуға 1,1 миллиард һум аҡса аласаҡ.
Читайте нас: