газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
13 Май 2019, 12:41

1 октябргә эш теүәлләнергә тейеш

Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Дмитрий Кобылкин ил субъекттары башҡарма власть органдарына төбәк операторҙарының ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү барышын тикшерергә ҡушты.

Үҙәк рәсми сығанаҡтарҙа хәбәр ителеүенсә, был йәһәттән яңы эшмәкәрлек алымдарына 13 субъект күскән. Бөтөнләй артта ҡалған төбәктәр ҙә бар. Улар - 11. Беҙҙең республика ике исемлектә лә юҡ, тимәк, эш уртаса кимәлдә бара.

Министр барлыҡ бурыстарҙы теүәлләү ваҡытын ҡуйҙы – 2019 йылдың 1 октябре.

Тирә-яҡ мөхитте таҙа тотоуға йүнәлтелгән башланғыс “Экология” милли проектының “Ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: