Был көндө иртә менән «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге алдында байрамса кәйеф хөкөм һөрә ине. Мәҙәни усаҡ артистары башҡарған дәртле йыр-моң әллә ҡайҙан халыҡты үҙенә әйҙәп торҙо. Үҙәктең артында «Флора» ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре ағас ултыртыуға һуңғы әҙерлек эштәрен тамамлай. Йүгереп йөрөгән Гәүһәр Ғәлиәкбәрованы бер-ике минутҡа туҡтатып, ниндәй эштәр башҡарыуҙарын һорашам.
- Салауат Юлаев бульварындағы аллеяларҙы йәшелләндереү өсөн 200 ағас ултыртыуға соҡорҙар ҡаҙып әҙерләп ҡуйҙыҡ. Шуның 50-һе Батыр аллеяһында һәм 150-һе «Ағиҙел» мәҙәни-ял усағы артындағы скверҙа. Соҡорҙар кәрәкле үлсәм буйынса ҡаҙылды, унда тейешенсә һыу ҙа һибеп сыҡтыҡ. Бөгөн иртә менән ағас үҫентеләре килтерелде һәм ниндәй ағас ҡайҙа ултыртылырға тейеш, шунда ҡалдырылды. Мәҫәлән, бына ошо төҙөкләндерелгән аллеяла бөгөн 80 ҡайын урын аласаҡ, ҡалғандары миләш һәм йүкә, - ти күп йылдар тормошон ҡаланы йәшелләндереүгә арнаған Гәүһәр апай.
Уның әйтеүенсә, ағас үҫентеләре Стәрлетамаҡ питомнигынан килтерелгән. Ул шулай уҡ, ултыртыу бер, уларҙы ҡарау, һыу һибеү ҙә мөһим, ти.
Депутаттар һәм сәнәғәтселәр, уҡытыусылар һәм врачтар, артистар һәм спортсылар, ғөмүмән, ҡаланың матурлығына битараф булмаған бик күп кеше сыҡты ағас ултыртырға. Сараны асып, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Суфия Етеханова Салауаттың көндән-көн матурлана барыуын һәм уны йәшелләндереү буйынса матур традицияға нигеҙ һалыныуын билдәләне.
Ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов үҙенең бала сағында ата-әсәһенә Һуҡайлыла баҡса участкаһы бирелгәндән һуң тәүге ағас ултыртыуын иҫләне. Шулай уҡ Өфөлә Дуҫлыҡ аллеяһында ултыртҡан шыршыһының әле лә кешеләрҙе ҡыуандырып ултырыуын әйтте.
- Бөгөн акцияла ҡатнашырға тип бик күп салауаттар килде. Ул матур ғаилә байрамына әүерелде һәм был бик мөһим. Шуныһы ла әһәмиәтле, улар был эшкә кемдеңдер ҡушыуы буйынса түгел, ә үҙ теләге менән сыҡты. Кешеләрҙең ғаиләләре, балалары менән тыуған ҡалаһының яҙмышында ҡатнашыуы бик яҡшы. Сөнки был һүҙ генә түгел, ә ҡала, уның урамдары, ихаталары матур булһын өсөн ысынбарлыҡта бергәләп башҡарылған хеҙмәт. Беҙ балаларыбыҙға һәм ейәнсәрҙәребеҙгә матур ҡала ҡалдырырға бурыслыбыҙ, - тине ул.
Акцияла ҡатнашыусыларға ағас ултыртыу ҡағиҙәләре аңлатылғандан һуң, халыҡ эшкә тотондо. Берҙәм эшкә ни етә, тигәндәй, бер нисә минут эсендә үҫентеләр ултыртып та ҡуйылды. Хәҙер ҡаланың ике аллеяһында ветерандар, депутаттар, спортсылар, врачтар һәм башҡа өлкә хеҙмәткәрҙәренең, шулай уҡ киң мәғлүмәт сараларының үҙ аллеялары барлыҡҡа килде. Бынан тыш, ҡалала балалар баҡсалары, торлаҡ-файҙаланыу участкаларында, Ағиҙел йылғаһы буйында һәм башҡа урындарҙа ла ағастар ултыртылды. Ҡала хужалығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, барлығы 750 ағасҡа байыны Салауат. Шулай уҡ был көндә бик күп участкаларҙа йыйыштырыу өмәләре лә ойошторолдо.
“Йәшел Башҡортостан” акцияһы “Ағас ултырт - ғүмер бүләк ит” девизы менән үтте. Ысынлап та, беҙҙең сәнәғәт ҡалаһында ағас ултыртыу - ул һулар һауабыҙҙы таҙартып, кешеләргә сәләмәтлек бүләк итеү, тигән һүҙ. Шулай уҡ балаларҙа һәм ололарҙа тыуған яғыбыҙға, уның тәбиғәтенә ҡарата һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләнә. Эйе, йылдар үтер, ағастар ҡаланы йәмләп шаулап үҫер һәм күптәр, был беҙ үҫтергән йәшеллек, тип ғорурланыр әле.