газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
26 Апрель 2019, 10:37

Йәшеллеккә күмелә ҡалабыҙ

Ҡалабыҙҙы йәшелләндереү йәһәтенән “Яугир” ойошмаһы егеттәре үҙҙәренең тос өлөшөн индерә. Былтыр улар 25-се башҡорт гимназияһының ихатаһында йәшел шыршылар ултыртҡайны, быйыл тағы ҡалабыҙҙың бер нисә ойошмаһының территорияһын “Яугир”ҙар үҫентеләре биҙәйәсәк.

- Беҙ бөгөн ҡала үҙәк дауаханаһы биләмәһендә һәм музыка колледжында ағастар ултыртабыҙ, - ти ойошма етәксеһе Альберт Торошев. – Үҫентеләр менән беҙгә бар ғүмерен урмансылыҡҡа арнаған Марат Әминев ярҙам итә.

Марат ҡорҙаш 20 йылдан ашыу урмансы булып эшләгән. Әле хаҡлы ялда булһа ла, Наумовка ауылындағы үҙенең шәхси хужалы-ғында төрлө ағастар үҫтереү менән мауыға.

“Яугир” егеттәре лә, Марат ағай ҙа һоҡландырғыс эҙ ҡалдыра ҡалабыҙҙы күркәмләндереүҙә. Уларҙың эштәрен күреп, күңел һөйөнә, йәшәүгә дәрт арта.


Читайте нас: