Бөтә яңылыҡтар
Экология
19 Апрель 2019, 11:14

Сараһын күрергә онотмағыҙ...

Талпан ҡаҙалһа... Был бөжәк үҙ ауырлығынан тиҫтәләрсә тапҡырға күберәк ҡан һурырға һәләтле. Күҙе юҡ, әммә еҫте бик яҡшы тоя: кешене йәки йәнлекте ун метр алыҫлыҡтан уҡ һиҙә, һәрмәүестәре ярҙамында хәрәкәт итә.

Быйыл талпандар иртә уянды, шуға күрә уларҙың кешеләргә ҡаҙалыу осраҡтары ла иртә билдәләнә башланы. Салауат ҡалаһының травматология бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 17 апрелгә ҡарата 21 кеше талпан ҡаҙалып дауаханаға мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың 6-ауһы бала. Тартып алынған талпанды быяла һауытҡа һалып, ҡапҡасын ябып, махсус лабораторияға алып барып тикшертергә кәрәк, ти белгестәр. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһының Революция урамы, 2а адресы буйынса урынлашҡан. Дүшәмбе-йома иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 5-се яртыға тиклем ҡабул итәләр. Хаҡы - 300 һум. Зарарланған осраҡта кешегә өс көн эсендә травмпунктта ашығыс профилактика үткәрелә. Кескәйҙәргә вакцина балалар дауаханаһында яһала.

Талпан еүеш урындарҙы үҙ итә, шуға күрә япраҡлы йәки ҡатнаш үлән үҫкән урмандарҙа айырыуса күп осрай. Күләгәле йырындар, шырлыҡтар, урман шишмәләре буйындағы таллыҡтар, үләнле һуҡмаҡтар ҙа - зарарлы бөжәктең яратҡан төйәге.

Урман һуҡмаҡтары буйында улар күп була, сөнки талпанды үтеп-һүтеп йөрөгән кешеләрҙең һәм йәнлектәрҙең еҫе ылыҡтыра. Күптәр иһә талпан өҫтән һикерергә һәләтле тип яңылыша: ул ярты метрҙан да бейегерәк булмаған үләнгә, һабаҡҡа, һерәйеп торған ағас ботағына ултырып, ҡорбанын көтә, йәбешкәс, уңайлы урын эҙләп, тәнгә ҡаҙала.

Кешеләргә талпан хәүефле инфекция йөрөтөүсе булараҡ билдәле: йоға ҡалһа, нервы системаһын ҡаҡшатыусы талпан энцефалиты һаулыҡҡа ифрат ҙур зыян килтереүе мөмкин. Бөжәктәрҙең барыһы ла зарарлы түгел, уны махсус лабораторияла ғына тикшереп була. Шуға күрә тәбиғәт ҡосағынан ҡайтҡандан һуң, үҙегеҙҙе ентекле тикшерегеҙ.


Читайте нас: